Сәләмәт булайыҡ
1 Октябрь 2020, 14:30

Туғыҙ меңгә етеп килә...

Шулай итеп, республикала коронавирус ҡорбандары 41 кеше тәшкил итә.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 41-гә артып, бөтәһе 8 831 кешегә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн 669 ауырыу дауалана. Береһе – ауыр хәлдә.
Һуңғы тәүлектә ете кеше һауыҡҡан, яңы үлем осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. Кисәге мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, үткән тәүлектә ике ир сирҙән вафат булған. Һәләк булған 70 йәшлек пациент, коронавирустан тыш, гипертония менән яфаланған. Вирустың икенсе ҡорбаны 57 йәшлек ир ҙә Өфөнән булған, ул шәкәр диабеты һәм юғары ҡан баҫымы менән ауырыған. Шулай итеп, республикала коронавирус ҡорбандары 41 кеше тәшкил итә.
Республикала пневмония менән сирләгәндәр ҙә арта, тәүлек эсендә уларҙың һаны 133 тәшкил иткән. Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирусты йоҡторғандарҙың һаны тағы ла 8 945 кешегә артҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 169 ауырыу вафат булған.
Фото: Kurez.com
Читайте нас