Сәләмәт булайыҡ
2 Октябрь 2020, 07:12

Альцгеймер сире психик һаулыҡты ҡаҡшата

Күптәр деменцияға (ҡартлыҡтағы миңрәүлек, интеллектуаль һәләттәрҙең юғалыуы) дусар ата-әсәһен, туғандарын тәрбиәләй, кемдер үҙенең ҡартлығы тураһында уйлап, һаулығын бөгөндән нисек хәстәрләү мөмкинлектәрен барлай. Деменция үҫешен аҡрынайтырға йәки бөтөнләй уға юлыҡмаҫҡа буламы?

Күптәр деменцияға (ҡартлыҡтағы миңрәүлек, интеллектуаль һәләттәрҙең юғалыуы) дусар ата-әсәһен, туғандарын тәрбиәләй, кемдер үҙенең ҡартлығы тураһында уйлап, һаулығын бөгөндән нисек хәстәрләү мөмкинлектәрен барлай. Деменция үҫешен аҡрынайтырға йәки бөтөнләй уға юлыҡмаҫҡа буламы?


Альцгеймер сире – деменция­ның киң таралған, психик һаулыҡ­ты ҡаҡшатҡан төрө. Хәтерҙе юғалтыу, элекке һәләттәрҙе онотоу тормошто ныҡ ҡатмар­лан­дыра, йәшәү сифатын насарайта. Был сир тураһында мәғлүмәттең аҙлығы – үҙе ҙур проблема, тип иҫәпләй белгестәр. Сирҙе ҡартлыҡтың даими юлдашы тип иҫәпләгәндәр, һис шикһеҙ, тәрән яңылыша.


Һәр кешенең баш мейеһе йылдар үтеү менән үҙгәреш ки­серә, быны кире ҡағып булмай. Уға асыҡ дәлил – күпселек па­циент­тарҙың 65 йәштән өлкәне­рәк йәштә булыуы. Тик сир улар­ҙан йәшерәк кешеләрҙә лә күҙәтелә.


Шуны аңлау мөһим: Альцгеймер сире ҡартлыҡҡа хас мотлаҡ ғәмәл түгел. Хәтерҙең тарҡалыуы – ошо ауырыуҙы иҫкәрткән бил­дәләрҙең береһе генә. Сирҙең тәүге стадияһында башҡа билдә­ләрҙең булыуы ла күҙәтелә: кешенең таныш булған ерҙә лә аҙашыуы ихтимал, аҡсаһын иҫәп­ләй һәм түләй алмауы мөмкин. Ауырыу бер үк һорауҙы туҡтау­һыҙ бирә, ғәҙәти эштәрҙе башҡарыу өсөн уға күберәк ваҡыт талап ителә, әйберҙәрен йыш юғалта, кәйефе тиҙ үҙгәреүсән. Сирҙе нисек иҫкәртергә?


Физик әүҙемлек ҡан тамыр­ҙары системаһы эшмәкәрлеген көйләй, кислородтың баш мейе­һенә барып етеүенә, токсик молекулаларҙы тиҙерәк утил­ләштереүгә булыша, шуға күрә өлкән йәштә зарядка яһау, саф һауала йөрөү үтә мөһим.


Ғалимдарҙың раҫлауынса, ике йәки унан да күберәк телдәрҙе белеү сирҙе уртаса биш йылға ки­сектерә. Бельгияла был йәһәт­тән ҡыҙыҡлы тикшереү үткә­релгән.


Өлкәндәрҙең туҡланыуын төр­ләндереү ҙур әһәмиәткә эйә. Йәшелсә, емеш-еләк, диңгеҙ балығы һәм зәйтүн майы рационда булһын. Был кәүҙә ауырлығын көйләргә, холестерин кимәлен кәметергә, ҡан баҫымын түбәнәй­тергә ярҙам итә. Фастфуд, консерва, татлы аҙыҡ-түлек ололар файҙаһына түгел.


Оҙайлы ғүмер кисереү өсөн стрестарҙың аҙ булыуы шарт. Ә беҙҙә уның тәьҫире хроник төҫ алған, шуға күрә ял итеү, нервы­ларҙы ҡуҙғытҡан эштән ҡотолоу, медитация менән шөғөлләнеү мөһим. Йәшлектәге зарарлы ғәҙәттәрҙән арынырға кәрәк. Алкоголь һәм тәмәке көйрәтеү әлегә бер кемдең дә сәләмәтлеген ны­ғытманы. 7-8 сәғәтлек йоҡо мейене зарарлы амилоид ҡалдыҡ­тарынан таҙарта, тәрән йоҡо – сә­ләмәтлек һәм оҙайлы ғүмер нигеҙе.


Хәтерҙе иртәнге зарядка, китап уҡыу, социаль тормошта ҡат­нашыу, саф һауала йөрөү, яҡын кешеләрең менән аралашыу яҡ­шырта. Һеҙгә сирҙе иҫкәр­теү өсөн көндәлек күнегеүҙәр тәҡдим итәбеҙ: яңылыҡтар менән танышып барығыҙ, шиғыр ятла­ғыҙ, шаш­ка, шахмат һәм нард уйын­да­рын уйнағыҙ, сит тел өйрәнегеҙ.
Читайте нас