Төрлө мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, коронавирус инфекцияһынан һәләк булғандарҙың яртыһына тиерлек “шәкәр диабеты” диагнозы ҡуйылған йәки уларҙа метаболизм синдромы күҙәтелгән. Ни өсөн ҡанда шәкәрҙең юғарылығы кешене хәүеф төркөмөнә индерә?
Әгәр кешенең ҡанында шәкәр кимәле юғары булһа, йә ул бер түбән төшөп, бер күтәрелеп торһа, был хәл бөтә ағзалар һәм системалар эшмәкәрлегенә йоғонто яһай, иммунитетты ҡаҡшата, шуға күрә сәләмәтлегендә бындай проблемалар булған кешеләр инфекцияны тиҙ йоҡтора һәм өҙлөгөүҙәргә йышыраҡ дусар була.
Коронавирус инфекцияһы тын алыу ағзаларының зарарланыуы менән генә хәүефле түгел. Ул бөтә ҡан тамырҙары системаһына тәьҫир итә. Шәкәр диабеты, метаболизм синдромы, һимереү ҡан тамырҙары көбөн зарарлай, шуға күрә вирустың тәьҫире бер нисә тапҡырға арта.
Вирус организмға эләккәндән һуң, иммун системаһы пептид молекулаларын – цитокиндар эшләп сығара башлай. Уларҙың бик күп күләмдә етештерелеүе һәм зарарланған, шулай уҡ сәләмәт туҡымаларға һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә организмда өҫтәмә шеш, ялҡынһыныу процестары башланыуы мөмкин. Сир тағы ла тәрәнәйә. Ғалимдар әйтеүенсә, коронавирус инфекцияһы раҫланған ауырыуҙарҙың үлеменә вирус ғәйепле түгел, ә цитокиндарҙың һөжүме сәбәпсе, иммун реакцияһының сиктән ашыуы, организмдың үҙен үҙе һәләк итеүе күҙәтелә.
Нимә эшләргә мөмкин? Коронавирусты йоҡтороуға ҡаршы иҫкәртеү сараларынан тыш, башҡа хәүеф факторҙарын иҫәпкә алырға кәрәк, атап әйткәндә, тән ауырлығын кәметергә, ҡанда шәкәр кимәлен арттырмаҫҡа. Был мәсьәләләрҙе көйләү өсөн препараттар беҙҙә етерлек, һәр кем ҡанындағы шәкәр кимәлен яҡшы белергә тейеш, тип иҫәпләй табиптар.