Бына алтынсы көн инде республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны һиҙелерлек арта бара. Һуңғы тәүлектә улар 42-гә күбәйеп, бөтәһе 8 873 кешегә етте.
Тәүлек эсендә ете ауырыу һауыҡҡан, республикала барлығы 8 551 пациент сирҙе еңеүгә өлгәшкән. Пандемия осоронда коронавирустан 41 ауырыуҙың вафат булғаны мәғлүм, һуңғы тәүлектә үлем осрағы теркәлмәгән. Бөгөн 706 ауырыу дауалана, 62-һе стационарҙарҙа.
Рәсәй буйынса сирҙе йоҡторғандар һаны арта, һуңғы тәүлектә 9 412 кешегә мәкерле диагноз ҡуйылған, 186 ауырыу вафат булған.
Бындай хәүефле осорҙа санитария-гигиена талаптарын теүәл үтәү, дистанция тотоу, битлек-бирсәткә режимын һаҡлау бик мөһим. Һәр кем үҙен һәм яҡындарының сәләмәтлеген һаҡлаһын!