Сәләмәт булайыҡ
2 Октябрь 2020, 06:02

Табиплығы – Хоҙайҙан

Уға эләгеүҙе үҙе бер бәхет тиҙәр.

Халыҡ телендә табиптарҙы өс төргә бүлеү бар: тәүгеһе – Хоҙайҙан, икенсеһе – Хоҙай ярҙамында, өсөнсөһө – Хоҙай ҡушмаһын. Һеҙҙе таныштырырға теләгән аҡ халатлы геройым шуларҙың тәүгеһенә ҡарай. Барыһы ла “Наил Ишемовтың табиплығы – Хоҙайҙан” тип һанай, һәм улар яңылышмай. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы хирург-табибы Наил Фазылйән улы – данлыҡлы табиптар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәрҙең береһе.


Хәйер, мин уның хаҡында ишетеп кенә түгел, үҙ эшенең ысын оҫтаһы, Гиппократ антына тоғро булған табип икәнлеген күптән яҡшы беләм. Бынан бер нисә йыл элек ауылда йәшәгән әсәйем ҡаты ауырып киткәс, Сибайға алып килдек. Йәшәү урыны ауылда булғанлыҡтан, уны ҡала дауаханаһы ла, “Ашығыс ярҙам” бүлеге лә ҡабул итергә, хатта беренсе ярҙам күрһәтергә ашыҡманы. Шул саҡта беҙ ҡала поликлиникаһында сирлеләрҙе ҡабул иткән хирург Наил Ишемовты апайым йәшәгән йортҡа саҡырттыҡ.
Ул өйгә ингәс тә, хәлебеҙҙе аңғарт­тыҡ, ни өсөн саҡыртыуыбыҙҙы белдер­ҙек. Һөйләп бөтөүҙе лә көтмәй, Наил Фазылйән улы әсәйебеҙҙе бик ентекле ҡараны, кисекмәҫтән дауаханаға һа­лырға, тиҙ арала операция яһарға кә­рәклеген белдерҙе. Йүнәлтмә яҙып бир­ҙе лә, ҡалғаны үҙегеҙҙең ҡулда, ти­не. Шул уҡ көндә ауылға ҡайтып, бер нисә сәғәт эсендә әсәйемде йәшә­гән урынынан теркәүҙән төшөрөп, Сибай кешеһе итеп пропискаға индереп тә ҡуйҙыҡ. Иртәгәһенә дауаханаға һалдыҡ, аҙаҡ айҙар буйы унан сыға алмаһаҡ та, ҡәҙерле кешебеҙҙең ғүмерен бер нисә йылға оҙайта алдыҡ. Аҙаҡ та бер нисә тапҡыр Наил Ишемовты саҡыртырға тура килде, ул әсәйемдең яраһын ҡараны, файҙалы кәңәштәрен бирҙе. Әсәйемдең уға ҡарата әленән-әле рәхмәт уҡыуына өйрәнеп тә бөттөк.
Икенсе тапҡыр үҙ эшенең оҫтаһы менән шәхсән үҙемә осрашырға насип булды. Әбйәлилдән командировканан ауырып ҡайтҡас, тура дауаханаға индек. Төрлө табиптар аша үттек, УЗИ, рентген – береһе лә ҡалманы. Сират хирург кабинетына еткәс, кемдең ҡабул итеүенә күҙ һалдым. Кабинет ише­гендәге яҙыуҙа Ишемовтың фамилия­һын күргәс, һыҙланыуҙарым бер аҙға баҫылғандай тойолдо. Инеп, хәлемде аңлаттым, ҡараны, шунда уҡ диагноз ҡуйып, тейешле укол-дарыуҙар яҙҙы, иң мөһиме – операция кәрәкмәгәнлеген әйтте. Күптән инде “бысаҡ аҫтына ятырға әҙерләнгән” кеше өсөн табип­тың ошо һүҙе ул саҡта үҙе бер оло сихәткә тиң ине, күңел күтәрелде, ауыртыу бөттө, йәшәүгә ышаныс артты.
“Табип һөнәре – батырлыҡ кәүҙәлә­неше ул. Ул үҙ-үҙеңде аямауҙы, күңе­леңдең һәм уйҙарыңдың саф булыуын талап итә”, – тип яҙған мәшһүр рус яҙыусыһы Антон Чехов. Ысынлап та, һүрәтләмә геройым, атаһының, туған­дарының һөнәренә тоғро ҡалып, хирург династияһын лайыҡлы дауам итеп кенә ҡалмай, сирлеләргә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы, күңеленең дә, уйҙарының да саф булыуы менән хөрмәт ҡаҙанған.
Бала саҡтан Наил Ишемов өсөн “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорау тормай: атаһы хирург Фазылйән Сәғи­ҙулла улының, уның ағаһы Башҡортос­танда билдәле балалар хирургы булып танылған, 150-нән ашыу ғилми эш авторы Шәрифйән Сәғиҙулла улы Ишемовтарҙың юлын дауам итергә, улар кеүек табип булырға хыяллана. Мәктәпте тамамлағас та, документтарын Башҡортостан дәүләт медицина университетына тапшыра һәм, уны 2000 йылда уңышлы тамамлап, артабан белемен интернатурала дауам итә. 2001 йылдан алып бөгөнгә тиклем Сибай ҡала поликлиникаһында эшләй. Әйткәндәй, уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу бар.
Хирург еңел һөнәрҙәрҙән түгел. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә иң абруйлы, иң кәрәкле белгестәрҙең береһе ул. Ауырыуҙарҙы дауалау – көсөргәнешле хеҙмәт, ҡайһы бер осраҡта көнөнә 40-ҡа яҡын кешене ҡабул итергә тура килә: кемдеңдер аяғы һынған, икенселәренәң ҡулы шешкән, бәғзеләре имгәнгән, аварияға эләккән һәм башҡалар. Ҡабул иткән саҡта уҡ сирлегә ашығыс рәүештә операция яһарға, шеште ҡырҡырға йәки гипс һалырға ла тура килә.
Хирургтың һәр эш көнөн һуғыш яланындағы алышҡа тиңләүҙәре лә юҡҡа түгел, сөнки уларға гел көсөр­гәнештә булырға тура килә, һәр сирле табипҡа оло өмөт бағлап килә, уның бер һүҙенең, бер аҙымының пациент­тың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙа хәл иткес әһәмиәткә эйә булыуы ихтимал, шуға күрә хирург-табип өсөн иң төп сифаттарҙың береһе – сабырлыҡ һәм һалҡын ҡанлылыҡ. Бер нисә секунд эсендә кешенең ғүмерен хәл иткән ҡарарға килеү ҙә күп осраҡта еңел бирелмәйҙер, әммә был яҡтан Наил Ишемовҡа борсолорға урын юҡ. Күркәм сифаттарҙың барыһы ла уға һалынған.
Һәр сирлене ентекле тыңлай белеү ҙә – табип өсөн мөһим һыҙаттарҙың береһе. Пациенттың ниндәй хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, һүҙенә ҡолаҡ һалыу, аҙаҡ бергәләшеп ауырыуҙың сәбәптәрен асыҡлау – һәр табип өсөн кәрәкле ҡанундар ул. Бөгөн аҡ халатлыларҙың күбеһенә тап ошо һыҙаттар етмәй, улар күп осраҡта сирлене “ҡағыҙ тултырып” дауалай, хатта ауырыуҙың йөҙөнә күтәрелеп ҡарарға ла әмәл тапмай.
Сирҙе дауалағанға ҡарағанда, уны иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ, тиҙәр. Был тәңгәлдә лә үҙенең пациенттары менән эҙмә-эҙлекле эш алып бара Наил Ишемов. Сирҙе асыҡлап ҡына ҡалмай, дауалау юлдарын барлап, артабан уны булдырмау тураһында кәңәштәр бирә. Хирург өсөн йәнә иң кәрәкле сифаттарҙың береһе – үҙ-үҙеңә ышаныс һәм оптимизм, сөнки табип үҙенә ышанмай тороп, бер нисек тә ауырыуға дөрөҫ диагноз ҡуя алмай һәм уның артабан шәбәйеп китеренә ышанмай.

Ҡасандыр кескәй Наил Фазылйән улының күңелендә атаһы кеүек сирле­ләрҙе ҡотҡарыу теләге уянған, ә бөгөн ул үҙенең ошо бала саҡ хыялының тормошҡа ашыуына сикһеҙ бәхетле.
– Атайымдың, туғандарымдың юлын лайыҡлы дауам иткәнемә ҡыуанам. Ауырыуҙарҙа өмөт-ышаныс уятып, уларға ярҙам итә алыуым мине икеләтә бәхетле итә. Ә инде эштән көтөп алған йылы йортом, яратҡан ҡатыным һәм улдарым – сикһеҙ һөйөнөс. Киләсәктә улдарым Булат менән Самат Ишемовтар лайыҡлы хирург династияһын лайыҡлы дауам итһә, ысын мәғәнәһендә бәхетле буласаҡмын, – ти Наил Фазылйән улы.
Әйтелмәгән рәхмәт һүҙе ҡайта­рылмаған бурысҡа тиң, тигән бер аҡыл эйәһе. Ниһайәт, әсәйемдең һәм үҙем­дең рәхмәт һүҙҙәремде ошо мәҡәләм аша еткерә алғаныма шатланам. Табиплығы – Хоҙайҙан, булмышы затлы һәм данлы Ишемовтарҙан булған оло йөрәкле, абруйлы һәм ихтирамлы хирург Наил Фазылйән улына изге, мәрхәмәтле эшендә артабан да уңыштар юлдаш булһын!


Сибай ҡалаһы.
Читайте нас