Сәләмәт булайыҡ
2 Октябрь 2020, 07:14

“Тубығың ауыртһа, беҙгә кил!”

Артроздан яфаланған ауырыуҙар хәҙер тыныслана ала. Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы електәге күҙәнәктәр (беренсел күҙәнәктәр) ярҙамында тубыҡ артрозын дауалау буйынса илленән ашыу уңышлы операция үткәргән.

Артроздан яфаланған ауырыуҙар хәҙер тыныслана ала. Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы електәге күҙәнәктәр (беренсел күҙәнәктәр) ярҙамында тубыҡ артрозын дауалау буйынса илленән ашыу уңышлы операция үткәргән.


Операция үҙенсәлекле: па­циентҡа липофилинг яһала, йәғни организмдан май һурып алына, аҙаҡ эшкәртелгән шы­йыҡ­лыҡты тубыҡ быуынына индерәләр. Был ярты сәғәт ваҡытты ала.


Бүздәк районында йәшәгән Шамил Моратовтың был инде өсөнсөгә уҙғарған операцияһы. Ул үҙен бик тыныс тота, ошо уҡ табиптар бригадаһы үткәндә лә операция яһаған. Артроз диагно­зы бынан дүрт йыл элек ҡу­йыл­ған. “Дүрт-биш мең һумлыҡ ҡим­мәтле дарыуҙарҙан әллә ни фай­ҙа тойманым, шуға күрә операция яһатырға уйлайым”, – ти ул.


Өфө табиптары Германия бел­гестәренең тәжрибәһен өйрән­гән. Һурып алынған шы­йыҡ­лыҡ центрифугала ҡанға, майға һәм ҡиммәтле електәге күҙәнәктәргә айырыла. Быуынға индерелгәс, улар үрсей һәм ауыртҡан урынды һауыҡтыра, өлөшләтә тергеҙә.


Клиниканың травматология һәм ортопедия кафедраһы профессоры Рәсүл Яҡупов әйте­үенсә, майҙа елек күҙәнәктәре мейеләге кимек матдәһенән дүрт тапҡырға күберәк. Өҫтәүенә операция ҡатмарлы түгел, ярты сәғәттә яһала.


Ғалимдар електәге күҙәнәк­тәрҙе оҙаҡ өйрәнгән, төрлө ағзаларҙан алып ҡарағандар, шулай ҙа иң тәьҫирлеһе май икәнлеге асыҡланған. Өс миллилитр күләмендәге әүҙем һәм сәләмәт күҙәнәктәрҙән 10 миллион елек күҙәнәген алып була, ти белгестәр.


Пациент операциянан һуң шунда уҡ йөрөй башлай һәм, бер нисә көн табиптар күҙәтеүендә булғандан һуң, өйөнә ҡайтып китә ала.
Читайте нас