Сәләмәт булайыҡ
2 Октябрь 2020, 06:04

Уйылдандың яҡты уйҙары

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иң ҙур проблемаларҙың береһе – йәш белгестәрҙең район дауаханаларына ҡайтмауы. Был тәңгәлдә Хәйбулла районында йылдар дауамында маҡсатлы эш алып барыла, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй. Күптән түгел Аҡъяр район дауаханаһына йәш табиптар эшкә ҡайтты. Уларҙың барыһы ла – ошо райондың егет һәм ҡыҙҙары.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иң ҙур проблемаларҙың береһе – йәш белгестәрҙең район дауаханаларына ҡайтмауы. Был тәңгәлдә Хәйбулла районында йылдар дауамында маҡсатлы эш алып барыла, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй. Күптән түгел Аҡъяр район дауаханаһына йәш табиптар эшкә ҡайтты. Уларҙың барыһы ла – ошо райондың егет һәм ҡыҙҙары.


Табип-педиатр Нурзилә Әбүбәкерова, теш табибы Уйылдан Байгилдин – Аҡъяр үҙәк дауаханаһында, Ирина Волошина Бүребай ауыл амбулаторияһында табип-терапевт булып хеҙмәт юлын башлаған.


Бөгөн һүҙем йәш табиптарҙың береһе – Аҡъяр ауылы егете Уйылдан Мансур улы Байгилдин хаҡында. Ул бәләкәйҙән табип булырға хыялланмай. Киреһенсә, бала саҡтан нефтсе һөнәрен үҙ итә, үҙен нефть университеты студенты итеп күҙ алдына килтерә. Мәктәптә уҡығанда ла физика, математика фәндәренә өҫтөнлөк бирә. Әммә IX класты тамамлағас, фекерен ҡырҡа үҙгәртеп, химия-биология йүнәлешенә күсеп, медицина юлын һайларға теләк белдерә. Ата-әсәһе лә ҡаршы килмәй.


Уйылдан, мәктәпте уңышлы тамамлап, Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Үҙен балалар йәки теш табибы итеп күрә һәм һуңғыһын һайлай. Беренсе курсты тамамлағас та, райондың билдәле теш табибы, үҙ эшенең оҫтаһы Мир Хәмзә улы Абдуллиндың шәхси клиникаһына ярҙамсы булып урынлаша һәм йыл һайын йәйге каникулда тәжрибә туплай. Егет ошо һөнәрҙең нескәлектәренә өйрәткән уҡытыусыһына ифрат бурыслы.


Бөгөн йәш табип Аҡъяр үҙәк дауаханаһының стоматология бүлегендә маҡсатлы йүнәлтмә буйынса терапевт кабинетында хеҙмәт юлын башлаған. “Коллектив бик йылы ҡабул итте, эшем оҡшай, әлбиттә. Пациенттарға матур йылмайыу бүләк итәм, тештәре ынйылай балҡыһын, тигеҙ булһын өсөн тырышам. Кабинетыма тештәре һыҙлап килгән кешеләрҙең дауаланғандан һуң йылмайып сығып китеүҙәре – үҙе үк һөнәремде дөрөҫ һайлауыма бер дәлил. Стоматолог һөнәре еңелдән түгел, түҙемлек талап итә”, – тип йылмая ул.


Әйткәндәй, Уйылдан Байгилдин “2018–2021 йылдарҙа Хәйбулла районында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү” программаһы буйынса йәш белгестәргә ярҙам итеү маҡсатында 200 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булған.


Хәйбулла районы.
Читайте нас