Беҙҙеңсә, бөтә кешенең дә сәләмәт булғыһы, һыҙланмай-уфтанмай йәшәгеһе килә торғандыр. Һуңғы ваҡытта илдә алкоголь менән ағыуланыуҙар, психоздар һәм наркологик ярҙамға мәрәжәғәт итеүселәр һаны кәмеүе эскелек менән көрәштең тәьҫирлелеге тураһында һөйләй. Уйлап ҡарағыҙ: Рәсәйҙә һуңғы осорҙа йылына йән башына тура килгән алкоголь күләме 18 литрҙан 9,5 литрға тиклем кәмегән. Яҡшы, әлбиттә, тик был тәңгәлдә башҡараһы эштәр байтаҡ әле.
Бөгөн - Бөтә Рәсәй Айыҡлыҡ һәм эскелек менән көрәш көнө. Ошо форсаттан файҙаланып, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, психиатр-нарколог Евгений Брюндың кәңәштәрен еткергебеҙ килә.
- Үҙеңдең һаулығыңды йәштән хәстәрләү, сәләмәт тормош менән йәшәү, алкоголь, тәмәке һәм наркотиктарһыҙ ғүмер итеү - яуаплылыҡ тигән һүҙ. Мин сәләмәтлегемде һаҡлайым икән, тимәк, үҙемдең ғаиләмдең, яҡындарымдың һаулығы тураһында ла хәстәрлек күрәм. Әйҙәгеҙ, бөгөн үҙебеҙҙең тәртибебеҙҙе күҙаллайыҡ, дөрөҫ йәшәйбеҙме, ғаиләбеҙ именлеге хаҡында уйланабыҙмы? Насар ғәҙәттәрҙең фажиғәләргә килтереүе, ҡайғыға һалыуы барыбыҙға мәғлүм.
Белгес алкоголдең вируслы һәм хроник сирҙәре тәрәнәйтеүе хаҡында ла иҫкәртә.
- Алкоголдең организмға токсик тәьҫире билдәле. Шуның һөҙөмтәһендә сир барышы ҡатмарлана һәм һауығыу процесы аҡрыная. Иммун системаһы ҡаҡшай, вирустарға ҡаршы антиесемдәр көрәше йомшара. Өҫтәүенә эпидемиологик миҙгелдә алкоголле эсемлектәр менән мауығыуҙың өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал, - ти белгес.
Министрлыҡтың баш наркологы эскелекте кәметеү буйынса саралар тураһында ла һөйләне.
- Наркологик берләшмә эскелек менән көрәштә ябай дүрт принципҡа таяныуҙы хуп күрә. Беренсеһе - алкоголде һатып алыу мөмкинлеген сикләү. Икенсеһе - һатыу ваҡытын кәметеү. Өсөнсөһө – алкоголле эсемлектәргә хаҡты арттырыу. Дүртенсеһе - 21 йәштәре тулмаған йәш-елкенсәккә уларҙы һатыуҙы тыйыу.
Ә һеҙ был принциптар менән ризалашаһығыҙмы?