Сәләмәт булайыҡ
4 Октябрь 2020, 13:30

Вирус ҡорбандары артты...

Эпидемиологик хәл ил буйынса көсөргәнешле. Һуңғы тәүлектә инфекцияны йоҡторған кешеләр һаны 10499 тәшкил итте, 107 ауырыу вафат булған.

Оператив штаб хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны һуңғы тәүлектә 44-кә артҡан. Шулай итеп, пандемия осоронда мәкерле сиргә дусар булғандар 8961 кеше тәшкил итә.
Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 8557 ауырыу сирҙе еңгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән тәүлектә тағы бер вирус ҡорбаны теркәлгән. Һәләк булғандарҙың һаны 42-гә етте.
Эпидемиологик хәл ил буйынса көсөргәнешле. Һуңғы тәүлектә инфекцияны йоҡторған кешеләр һаны 10499 тәшкил итте, 107 ауырыу вафат булған. Бындай хәлде беҙ май айы урталарында күҙәткәйнек. Пандемия осоронда 1 215001 кешенең сиргә дусар булыуы билдәле.
Сирҙең үҫеше август аҙағынан башланып, сентябрҙә лә дауам итте, көндәлек йоҡтороу осраҡтары ике тапҡырға артты. Илдә коронавирус инфекцияһы таралыу коэффициенты йәкшәмбелә 1,18-гә тиклем күтәрелгән.
Был күрһәткес нимә тураһында һөйләй? Бер кеше үҙен изоляциялауға тиклем уртаса нисә кешене зарарлай ала - был һан шуны күрһәтә. Ошо күрһәткескә ҡарап, төбәк властары сикләү сараларын йомшарта, үҙгәртә ала.
Тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ: һәр кем үҙен һәм яҡындарын һаҡларға, эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә тейеш.
Алексей Вольховский фотоһы.
Читайте нас