Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла комплекслы медицина тикшереүе менән тәьмин ителгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
2020 йылдың 1 сентябренә ҡарата Башҡортостандың медицина ойошмаларында диспансер иҫәбендә 22 меңдән ашыу һуғыш, хеҙмәт һәм ҡораллы көстәр ветераны тора. Уларҙың 614-е - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 274 инвалид һәм 15 мең тыл хеҙмәткәре.
Йыл һайын ун меңдән ашыу кеше Һуғыш ветерандарының республика клиник госпитале поликлиникаһында амбулатор дауаланыу үтә. Бындай пациенттарҙы стационар шарттарында ҡарау өсөн район-ҡала медицина учреждениеларында 1038 урын бар. Уларҙың 340-ы – Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә.
Өҫтәмә рәүештә 100-ҙән ашыу күсмә белгестәр бригадаһы эшләй, был иҫәпкә хирургтар, окулистар, ортопедтар, неврологтар, кардиологтар инә. Быйылғы йылдың 1 сентябренә ҡарата улар 525 тапҡыр урынға сыҡҡан. Бынан тыш, 95 кеше шифахана-курорт дауаһы алған.
"Ветерандар тулы кимәлдә ташламалы дарыу препараттары менән тәьмин ителә. Адреслы килтереп биреү ойошторолған. Быйылғы йылдың 1 сентябренә ҡарата дөйөм суммаһы 570 мең һум булған дарыу бүленгән", – тине Максим Забелин.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, ил Президенты Владимир Путиндың Хәтер һәм дан йылы айҡанлы бойороғона ярашлы, республикалағы ветерандарҙың адрестарын аныҡлаған һәм комплекслы медицина тикшереүе үткәргән. Шул иҫәптән өйҙәренә лә барғандар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.