Рәсәй ғалимдары әйтеүенсә, коллектив иммунитеттың барлыҡҡа килеүе беҙҙе коронавирустан ҡотҡарасаҡ. Инфекцияға дөйөм иммунитеттың формалашыуы өсөн ауырығандарҙың 3 проценттан 10 процентҡа тиклем тәшкил итеүе лә етәсәк, тип раҫлай улар. Бығаса белгестәр бының өсөн кешеләрҙең 60-70 проценты сирҙе үткәрергә тейеш, тип иҫәпләй ине.
- Сирҙең үҫешен һиҙелерлек кәметеү һәм коллектив иммунитетты булдырыу өсөн ауырыуҙарҙың 3-10 процент тәшкил итеүе лә етә,- тигән ҡарашта тикшеренеүселәр.
Уларҙың яңы моделе дүрт төп күрһәткескә таяна: халыҡ һаны, сирле кешенең көнөнә нисә кеше менән бәйләнешкә инеүе, вирусты йоҡтороу ихтималлығы һәм сир оҙайлығы, шулай уҡ иҫкәртеү сараларының тәьҫирлеге.