Сәләмәт булайыҡ
7 Октябрь 2020, 10:30

Әбейҙең туғандары ялыу яҙа...

"Әйтерһең, һуғыш яланынан сыҡҡан. Дауаханаға илткәндә бер ниндәй ҙә күгәргән ере юҡ ине,”- ти әбейҙең туғандары.

Өфөләге 18-се дауахананың исеме матбуғат баҫмаларында йыш ҡабатлана башланы, үкенескә ҡаршы, яҡшы яҡтан түгел. Палатаның ҡаҡ иҙәнендә бер нисә сәғәт ятҡан әбейгә яҡын да килмәгән, ярҙам итмәгән медицина хеҙмәткәрҙәре тураһында бөтә республика халҡы белде, борсолдо, аптыраны...
Ошо уҡ палатала ятҡан тағы бер әбей менән бәйле күңелһеҙ хәл башланып ҡына тора. Мөнсиә Хәйбуллинаның туғандары “Уфимское время” телепрограммаһы сюжетында тетрәндерерлек ваҡиға тураһында һөйләп, халыҡты шаҡ ҡатырған. Әбей дауахананан өйгә ҡайтарылғас, күп тә тормай вафат була. Уның бөтә тәне гематома, йәрәхәттәр, ҡан төйөлгән урындар менән ҡапланған.
”Маңлайына хатта йөй һалынған. Башында ойошҡан ҡан... Әйтерһең, һуғыш яланынан сыҡҡан. Дауаханаға илткәндә бер ниндәй ҙә күгәргән ере юҡ ине,” - ти әбейҙең туғандары. Мөнсиә Хәйбуллина дауаханаға инсульт һәм үпкә ялҡынһыныуы менән һалынған. Хәрәкәтләнә лә алмаған кешенең үҙен йәрәхәтләүе мөмкин түгел, тип иҫәпләй яҡындары.
Реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһе мөдире Ринат Килмәмәтовтың телеканалға хәбәр итеүенсә, әбей үҙе ғәйепле.
“Дауалау барышында пациентта психомоторлы ҡуҙғыу башланған, өйәнәк һөҙөмтәһендә тиреһе зарарланған һәм йәрәхәтләнгән. Нигеҙҙә башының маңлай өлөшөндә. Хирург тиреһен эшкәрткәндән һуң яраһын теккән,” - тип аңлатҡан. Әбейҙең туғандарын табиптың аңлатыуы ышандырмаған, улар Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән.
Фото: шәхси архивтан.
Читайте нас