Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫкәртеү буйынса сираттағы брифингта көн ҡаҙағындағы мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтелде. Республикала сирҙе йоҡторғандарҙың артыуы халыҡты борсой, шуға бәйле һорауҙар ҙа күбәйә.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, әлегә сирлеләрҙе урынлаштырыу өсөн койка фонды етерлек. Баш ҡалалағы 5-се, 8-се һәм Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникалары ковид-госпиталь ролен үтәйәсәк. Ихтыяж тыуғанда, өҫтәмә резервтар етерлек, тип ышандырҙы министр. Республиканың көньяғында яңы йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөү идеяһын тормошҡа ашырыу буйынса һөйләшеүҙәр башланған.
Һауығып өйҙәренә ҡайтҡан пациенттарҙың да һорауҙары бар. Улар артабан пульмонолог йәки терапевт контролендә торорға, бөтә кәңәштәрҙе табиптарҙан алырға тейеш. “Больничный”ҙарҙы элеккесә дистанцияла рәсмиләштереү мөмкинлеге тергеҙелә. Киҙеүҙән прививка яһатыуҙың мөһимлеге лә билдәләнде.
Һуңғы тәүлектә республикала инфекцияны йоҡторғандар һаны 44-кә артып, бөтәһе 9 051-гә етте. Вафат булғандар иҫәбе үҙгәрешһеҙ – 42 кеше. Әле стационарҙарҙа - 102, өй шарттарында 684 ауырыу дауалана. Ауыр хәлдә - алты пациент, яһалма үпкә елләтеү аппаратына бер ауырыу тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 178 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған.
Рәсәй буйынса мәғлүмәттәр һөйөндөрмәй. Тәүлек эсендә сирҙе 11 615 кеше эләктергән, 188 ауырыу вафат булған. Хәлдең көсөргәнешлеген, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген аңлап эш иткәндә, мәкерле вирустың таралыуын туҡтата аласаҡбыҙ. Бының өсөн ябай, әммә үтә әһәмиәтле талаптарҙы үтәргә кәрәк: битлек-бирсәткә режимын инҡар итмәү, киҙеүҙән прививка яһатыу, халыҡ күп йыйылған урындарҙан ситләшеү, дистанция тотоу.