Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 46-ға артҡан. Шулай итеп, бөтәһе 9 144 кешегә Govid-19 диагнозы ҡуйылған.
Республикала барлығы 8 273 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә - 39 пациент. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә бер ауырыу вафат булған. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, коронавирустан һәләк булғандар һаны 43-кә еткән.
Әле 108 ауырыу- стационарҙарҙа, 720 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова “Рәсәй1” телеканалына биргән интервьюһында Рәсәйҙә коронавирус менән бәйле хәлдең ҡатмарланыуы тураһында белдереп, уның менән көрәшкә бик яуаплы ҡарарға саҡырҙы. Ведомство етәксеһе бөтә әйтелгән талаптарҙы ҡәтғи үтәү кәрәклеген белдерҙе.