Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Октябрь 2020, 20:30

Ул сәләмәтлек өсөн бик кәрәк

Организмы ошо витаминға ҡытлыҡ кисергән кешеләр тиҙ һалҡын тейҙерә, пневмония, киҙеү һәм башҡа йоғошло сирҙәргә бирешеүсән.

Табиптар әлеге ҡатмарлы эпидемиологик хәл ваҡытында D витаминының мөһимлеген белдерә, сөнки ул иммун системаһы менән тығыҙ бәйләнгән.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, организмдың был витаминға ҡытлығын белдергән билдәләр етерлек. Тик беҙ уларға иғтибар итмәйбеҙ. Мәҫәлән, арығанлыҡ, мускулдарҙың ауыртыныуы, сәс ҡойолоуы, яраларҙың аҡрын уңалыуы - шул билдәләрҙең бер нисәһе. D витамины етешмәгәндә, һөйәктәр һыҙлауы һәм быуындар ауыртыуы күҙәтелеүе мөмкин.
Организмы витаминға ҡытлыҡ кисергән кешеләр тиҙ һалҡын тейҙерә, пневмония, киҙеү һәм башҡа йоғошло сирҙәргә бирешеүсән.
Витамин һәм башҡа препараттарҙы бары табиптар тәғәйенләргә тейеш. Ҡайһы бер аҙыҡ-түлектең дә D витаминын тулыландырырға ярҙам итеүе мөмкин. Рационығыҙҙа балыҡ, дингеҙ аҙыҡтары, бәшмәк, йомортҡа, һоло һәм сыр булһын. Шулай уҡ саф һауала йөрөү бик файҙалы.
Фото: Newsbash.ru
Читайте нас: