Сәләмәт булайыҡ
9 Октябрь 2020, 09:12

Аппараттар октябрҙән сафҡа инә

Республиканың биш дауаханаһы өсөн магнит-резонанс аппараттары алынды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, улар йәмғеһе 400 миллион һум тора.

Республиканың биш дауаханаһы өсөн магнит-резонанс аппараттары алынды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, улар йәмғеһе 400 миллион һум тора.


“Йөрәк-ҡан тамырҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, Өфөнөң 21-се дауаханаһына һәм Нефтекама ҡала дауаханаһына һәр береһе 65 миллион һум торған ике аппарат оҙатылған. 90-шар миллион һумлыҡ ике ҡорамал республика балалар клиник дауаханаһына һәм Өфөләге 17-се дауаханаға тапшы­рылған. “Онкология сирҙәренә ҡар­шы көрәш” төбәк проектына ярашлы, 97,45 миллион һумлыҡ бер аппарат республика клиник онкология диспансерына бирелгән.


Был аппараттар юғары технологиялы ҡорамалдар иҫәпләнә һәм уларҙы монтажлау оҙаҡ ваҡыт талап итә. Улар октябрь аҙаҡтарында эш башлаясаҡ. Магнит-резонанс томографы тикшереүҙәре теүәл күрһәт­кестәр бирә, баш һәм тәндең йомшаҡ туҡымалары структураһындағы аҙ ғына үҙгәрештәрҙе лә яҡшы күрә, нервы системаһы, онкология патологиялары һәм башҡа сирҙәрҙе асыҡлауҙа алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Аппарат балаларҙа нейрохирургия, урология, ревматология өлкәләрендә диагностиканы яҡшыртыуға һәм патологияларҙы иртә асыҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас