Сәләмәт булайыҡ
9 Октябрь 2020, 18:31

Бал ҡорто ағыуының шифаһы бар...

Балдың файҙаһын барыбыҙ ҙа белә. Уның сихәте тураһында хатта Ҡөрьәндә лә яҙылған. Изге китабы­быҙҙың 16-сы сүрәһе “Бал ҡорто” тип аталып, 68-69-сы аяттарҙың тулы­һын­са бал ҡортона һәм балдың шифаһына арналыуы – үҙе бер дәлил.

Балдың файҙаһын барыбыҙ ҙа белә. Уның сихәте тураһында хатта Ҡөрьәндә лә яҙылған. Изге китабы­быҙҙың 16-сы сүрәһе “Бал ҡорто” тип аталып, 68-69-сы аяттарҙың тулы­һын­са бал ҡортона һәм балдың шифаһына арналыуы – үҙе бер дәлил.


Был бөжәктәр гәрәбәләй бал етеште­реүе генә түгел, кешеләрҙе дауалай алыу үҙенсәлектәре менән дә билдәле. Бал ҡортонан саҡты­рып, шаҡтай сирҙәрҙән арынып була. Бындай дауа ысулы апитерапия тип атала.


Дауалана баш­лағансы аллергия булыу-булмауын тикшертеү мотлаҡ. Бындай дауалау курсы – 10 көндән алып 20 көнгә тиклем. Бөжәктән тәндең теләһә ҡайһы ерен түгел, ә биологик әүҙем нөктәләрҙе генә саҡтыралар.


Бал ҡортоноң ағыуы ниндәй сирҙәр­ҙән дауалай тиһәк, иң тәүҙә – кардиологик, неврологик сирҙәрҙе. Ревматизм, тире ауырыуҙары ла ҡорт ағыуы менән яҡшы дауалана. Шулай уҡ ул эндокрин систе­маһы дөрөҫ эшләмәгәндә лә булыша. Ул эске секреция биҙҙәренә тәьҫир итеп, гипофиз, бөйөр өҫтө, ҡалҡан, ашҡаҙан аҫты биҙен, енес гормондары етештергән биҙҙәрҙе яҡшыраҡ эшләргә мәжбүр итә. Апитерапияның күҙ, та­маҡ, танау, ҡолаҡ ауырт­ҡанда ла файҙаһы бар икән.


Ҡорт ағыуы барлыҡ физиологик процестарҙың иң шәп катализаторы булып тора. Ул, беренсе сиратта, кешенең нервы системаһына тәьҫир итеп, организмды уятып ебәрә. Бал ҡорто ағыуы һөҙөмтәһендә ҡан тамырҙары киңәйә, йөрәк мускулдары яҡшыраҡ эшләй, ҡан баҫымы нормал­ләшә. Ул хатта холестеринды ла кәметә ала.


Аяҡтағы ҡан тамырҙары киңәйеүҙән дә апитерапияның шифаһы бар, сөнки ҡорт ағы­уы ҡандың составын яҡшыр­та, тромбтарҙы иретә, ҡанды шы­йыҡлай. Ҡан тамырҙары киңәйеп, аяҡты ҡайҙа ҡу­йырға белмәгәндә, күптәр, нәҡ ҡорттан саҡтырып ҡына ауыртыуҙан ҡотолдоҡ, тиҙәр.


Замана ауырыуы остеохондроз һәм артроздан да бал ҡорто ярҙамында ҡотолорға мөмкин икән. Апитерапия Паркинсон ауырыуын дауалағанда ла яҡшы һөҙөмтәләр бирә, ти табиптар. Был ҡорт ағыуында дофамин матдәһе булыу һәм ағыуҙың үҙенең дә организмда был гормондың эшмәкәрлеген яҡшыр­тыуы менән аңлатыла.


Бал ҡортоноң ҡаяуы бер тапҡыр ҡулланыла торған шприцты хәтерләтә. Ҡорт саҡҡан ва­ҡытта организмға бик аҙ миҡ­дарҙа ағыу индерелә. Уның составында 50-нән ашыу микроэлемент бар.


Безелдәшеп осҡан бал ҡорттарына, йәғни тәбиғи табиптарға хөрмәт менән ҡараһаҡ ине.
Читайте нас