Сәләмәт булайыҡ
9 Октябрь 2020, 18:34

Иммунитетты нисек нығытырға?

Әле көндәр бер аҙ йылы торһа ла, тиҙҙән һауа торошо кинәт үҙгәрәсәк. Ә быға әҙер­беҙме?

Әле көндәр бер аҙ йылы торһа ла, тиҙҙән һауа торошо кинәт үҙгәрәсәк. Ә быға әҙер­беҙме?


Шулай итеп, көндәр һы­уытып, ямғырҙар башланһа, имбир, һарымһаҡ һәм лимон ғына иммунитетты нығыт­мая­саҡ. Был хаҡта табибә-иммунолог Марина Аплетаева хә­бәр итә. Үҙ сиратында ул төр­лө сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә башҡа һөҙөмтә­ле сараларҙы ла атай.


Иммунологтың фекерен­сә, иммунитет – ул “күп компонентлы программа”. Ә уның булыуы өсөн сәләмәт тормош алып барырға һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү кәңәш­тәренә ҡолаҡ һалырға кәрәк.


Иммун системаһын ны­ғытыу өсөн дарыуҙы йәки “им­мунитетты нығытҡан” аҙыҡ-тү­лекте күпләп ашарға кәрәк­мәй. Марина Аплетаева бел­де­реүенсә, улар ҙур ролде уйнамай, дөйөм алғанда, сәләмәт туҡланыу һәм спорт менән даими шөғөлләнеү зарур. Уның фекеренсә, саф һауала йәйәү йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү, фастфуд ашамау, сирлеләр менән аралашыуҙан тыйылыу, гриптан вакцина эшләтеү иммунитет өсөн файҙалы.
Читайте нас