Сәләмәт булайыҡ
9 Октябрь 2020, 18:33

Робот-хирург ярҙамға килә

Илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар халыҡ һаулығын яҡшыртыуға хеҙмәт итә.

Илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар халыҡ һаулығын яҡшыртыуға хеҙмәт итә.


Өфөлә робот-хирург ярҙамын­да бауырға тәүге операция яһал­ды. Гастроэнтерологтар үҙ тәжри­бә­һендә беренсе тапҡыр мөғжи­зәле ярҙамсыны ҡулланды. Табиптар робот ярҙамында 30 йәш­лек па­циенттың бауырындағы шеш тө­йөр­сәһен алып ташланы. Бауырға яһалған тәүге операция уңышлы үтте.


Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиника­һында Да-Винчи системаһы 2018 йылда эш башлай. Ошо осорҙа урология, гинекология, нейрохирургия, колопроктология өлкәләрендә меңгә яҡын операция үткәрелә. Клиника­ның хирургия бүлексәһе мөдире Фәрит Нагаев әйтеүенсә, операция яһаласаҡ урын ун тапҡырға ҙурай­тыла, операция бәләкәй генә ти­шемдәр аша үткәрелә. Үтеп инеү ауыр булған участкала ювелир теүәллеге менән яһал­ған­лыҡтан, ҡан аҙ юғалтыла, өҙлө­гөүҙәр хәүефе юҡ.


Да-Винчи системаһын файҙа­ланыу операция ваҡытын ғына түгел, ә реабилитация срогын да ҡыҫҡарта. Ауырыуҙар ике-өс тәүлектән һуң өйҙәренә ҡайтып та китә. Робот-хирург – бөтә Волга буйы федераль округында бер­ҙән-бер. Илдә бөтәһе – 30. Бары Башҡортостанда ғына операция бушлай яһала.
Читайте нас