Яңыраҡ донъяның йөҙҙән ашыу дәүләтендә Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнде. Беҙҙең илдә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сәләмәтлегенә арналған Бөтә Рәсәй акциялары үтте.
– Акцияларҙың төп маҡсаты – кешеләргә үҙең тураһында хәстәрлек күреүҙең ни тиклем әһәмиәтле булыуын һәм ваҡытында квалификациялы ярҙам алыуҙың мөһимлеген иҫкә төшөрөү. Һау йөрәк ныҡлы сәләмәтлек билдәһе генә түгел, ә мөхәббәт символы ла, унһыҙ бәхетле кеше булыу мөмкин түгел. Беҙ һеҙҙе йөрәгегеҙҙе яратырға һәм уның мәнфәғәттәрендә яҡшы ғәмәлдәр ҡылырға саҡырабыҙ. Иҫегеҙгә төшөрәм, аҙ хәрәкәтләнеүсән, ултырып йәшәү рәүешен үҙ иткән кешеләрҙә артериаль гипертония әүҙем үҫешкән, физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнгәндәр менән сағыштырғанда, 20–50 процентҡа юғарыраҡ, –тип билдәләне “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың генераль директоры София Малявина.
“Рәхмәт, йөрәк!” акцияһына ярашлы, Takzdorovo.ru порталында махсус бүлек булдырылған. Маҡсаты – кешеләргә гипертония үҫеше хәүефе, сир билдәләре тураһында мәғлүмәт биреү, уны иҫкәртеү һәм контролләү. “Ирекмән-табиптар” ойошмаһы менән берлектә үткәрелгән “Йөрәктәрҙе һаҡлап” акцияһы күптәргә йөрәк сәләмәтлеген тикшертергә ярҙам итте. Мини-уйындар, квиз-викториналар, скандинавса йөрөү, күнегеүҙәр һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар мауыҡтырғыс булды. “Оберегая сердца.рф” сайтында бөтә файҙалы мәғлүмәтте табырға мөмкин. Өҫтәүенә, сәләмәтлегегеҙҙе баһалау өсөн тест үтә, алдағы 10 йылға һаулығығыҙ торошон күҙаллай алырһығыҙ.
– Бөгөн йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре Рәсәйҙә һәм донъяла үлем осраҡтарының төп сәбәбе булып тора. ”Йөрәктәрҙе һаҡлап” акцияһы халыҡтың сәләмәтлекте һаҡлау буйынса белемен арттырыуҙа һәм сирҙәр үҫеше хәүефен кәметеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булыр тип уйлайым, – тине Бөтә Рәсәй “Ирекмән-табиптар” йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Павел Савчук.
Статистиканан күренеүенсә, илдә артериаль гипертониянан ҡатын-ҡыҙҙың һәм ир-аттың 40 проценты яфалана. Артериаль баҫымдың кимәленең 140/90 булыуы һеҙҙә сир башланғанын раҫлай.
Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе үтәргә тырышығыҙ: кәүҙә ауырлығын контролдә тотоғоҙ, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ, физик көсөргәнеште арттырығыҙ, тоҙҙо аҙ ҡулланығыҙ, туҡланыу режимын теүәл үтәгеҙ, артериаль ҡан баҫымын көн дә яҙып барығыҙ. Шул саҡта йөрәгегеҙ һеҙгә рәхмәт әйтер!