Сәләмәт булайыҡ
9 Октябрь 2020, 09:16

Яман шешкә ҡаршы – яңы көс менән

“Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, республика онкология диспансерына видеоэндоскопик комплекс алынды. Ул үҙ эсенә бик күп заманса ҡорамалдарҙы һәм блоктарҙы ала.

“Онкология сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, республика онкология диспансерына видеоэндоскопик комплекс алынды. Ул үҙ эсенә бик күп заманса ҡорамалдарҙы һәм блоктарҙы ала.


Комплекстың визуалләштереү мөмкинлектәре бик киң. Эндоскопик диагностика процедураларын үткәргәндә, ул тотороҡло аныҡ һүрәтләнеште тәьмин итә. Видео­ком­плекстың оптик системаһы ике режимда эшләй, мәҫәлән, лайлалы тиресәне тәрәнерәк тикшереү өсөн, ғәҙәттәге тәртиптән тыш, “яҡы­найтыу режимы”н да ҡулланып буласаҡ. Һүрәттәрҙең сифаты һәм төҫтәр айырмаһы ла хәҙер яҡшыраҡ.


Эндоскоптарҙы һаҡлау һәм киптереү аппараты ла уйлап эшләнгән. Сирлеләргә юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүҙә яңы ҡорамалдың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ.


Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – 2024 йылға яман шеш сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү (100 мең кешегә 185 осраҡҡа тиклем). Был мөһим һәм ҡатмарлы мәсьәләне заманса технологиялар, квалификациялы кадрҙар, яңы препараттар ярҙамында ғына хәл итергә мөм­кин. Яман шеш осраҡтарын бары комплекслы саралар, диспансерлаштырыу, кешенең һаулығына ҡарата иғтибарлылығы менән кәметеп буласаҡ.
Читайте нас