Сәләмәт булайыҡ
10 Октябрь 2020, 18:45

Һандар эсте бошора

Бәләбәй районында 1956 йылғы ҡатын вафат булған.

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан Бәләбәй районында йәшәгән 1956 йылғы ҡатын вафат булған. Күңелһеҙ статистикала ул - 44-се ҡорбан...
Әйтеүҙәренсә, уның башҡа сирҙәре лә булған: 2-се типтағы шәкәр диабеты, сегментар атрофия, склероз, ашҡаҙан аҫты биҙе липоматозы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын тағы 49 кеше йоҡторған. Республикала барлығы 9 240 кешегә ошо диагноз ҡуйылған. Пневмония менән ауырығандар һаны элеккесә юғары - 196-ға артҡан. Стационарҙарҙа 103 пациент дауалана, дүртеһе ауыр хәлдә, бер ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо йылдың туғыҙ айы эсендә пневмониянан 1 505 кешенең вафат булғанын белдерҙе. Былтыр был һан ике тапҡырға аҙыраҡ булған.
Рәсәйҙә коронавирусты йоҡторғандар тәүлек эсендә 12 846 кешегә артҡан, был - пандемия осоронда иң юғары һан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 197 ауырыу вафат булған. Илдә сир үҫеше сағыштырмаса 1 процент кимәлендә һаҡлана. Башҡортостанда был күрһәткес - 0,5.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас