Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар - 51-гә, пневмония диагнозы ҡуйылғандар һаны 157-гә артты. Govid-19 cиренә юлыҡҡандарҙың дөйөм һаны республикала 9 290-ға етте.
Әле 100 кеше - стационарҙа, 781 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлектә 32 пациент һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы бер ауырыу вафат булған. Шулай итеп, вирус сәбәпле яҡты донъя менән хушлашҡандар һаны 45-кә етте.
Вафат булған ҡатын 1965 йылғы, Өфө ҡалаһыныҡы. Әйтеүҙәренсә, унда беренсе типтағы шәкәр диабеты, гипертония һәм икенсе дәрәжә һимереү сирҙәре булған.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә инфекцияны йоҡторғандар һаны 13 634-кә артҡан, 149 ауырыу вафат булған.