Сәләмәт булайыҡ
11 Октябрь 2020, 18:30

Камил Буҙыҡаевҡа һаулыҡ теләйбеҙ!

Кисә уға операция яһағандар.

Билдәле карикатуралар оҫтаһы Камил Буҙыҡаев кисә Өфө клиникаларының береһенә инфаркт диагнозы менән һалынған, тип хәбәр итәләр социаль селтәрҙә.
Кисә уға операция яһағандар. Беҙ рәссамға ысын күңелдән сәләмәтлек һәм тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.
Камил Буҙыҡаев бик үткер социаль карикатуралар оҫтаһы булараҡ танылды. Һуңғы ваҡытта ул тәүге совет дипломаттарының береһе, яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимов хаҡында фильм төшөрөү өҫтөндә эшләй. Коронавирусҡа ҡаршы көрәш темаһына ярашлы, Өфөләге “Муха” мультипликация студияһы менән бергә роликтар сығарҙы. Уның республика халҡын социаль әһәмиәтле карикатуралары менән артабан да һөйөндөрәсәгенә ышанабыҙ!
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас