Сәләмәт булайыҡ
11 Октябрь 2020, 07:45

Лимондың үҙен генә ашай алмаһағыҙ...

Уны башҡа ризыҡтарға ҡушып, витаминлы ҡатнашмалар әҙерләргә була. Рецептар тәҡдим итәбеҙ.

Лимондың файҙалы емеш, айырыуса С витамины сығанағы икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Айырыуса әлеге мәлдә – төрлө вируслы респиратор инфекциялар йоҡтороу, һалҡын алдырыу ихтималлығы артҡан миҙгелдә был цитрус өҫтәлебеҙҙә даими булырға тейеш.
Әммә күптәр төрлө сәбәптәр арҡаһында лимонды яратмай, йәки бик теләһә лә ҡуллана алмай. Бының өсөн емеште башҡа ризыҡтарға ҡушып, витаминлы ҡатнашмалар әҙерләргә була.
Өс баш һарымһаҡ менән өс лимонды ваҡлап, быяла һауытҡа һалығыҙ һәм ҡайнап һыуынған бер литр һыу өҫтәгеҙ. Яҡшы итеп болғатҡандан һуң бер тәүлеккә ҡараңғы урынға төнәтергә ултыртығыҙ. Аҙаҡ ҡатнашманы һөҙөп, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Был төнәтмә юғары ҡан баҫымынан ҡотолорға ярҙам итә, уны ашар алдынан ас ҡарынға иртәнсәк һәм кискеһен 50-шәр грамм эсергә кәрәк.
Бер лимонға бер әфлисун ҡушып, ит турағыс аша үткәрегеҙ, аҙ ғына шәкәр өҫтәгеҙ. Ашаған мәлдә сама белеп кенә ҡулланығыҙ.
Бал менән буталған лимон да организмға һәйбәт тәьҫир итә. Бындай ҡатнашмаларҙа лимондың әселеге артыҡ беленмәй, ашауға еңел. Ә организм витаминдар менән байып, инфекциялар мәлендә иммунитет нығынып ҡаласаҡ.
Ауырыуҙарға бирешмәгеҙ, сәләмәт булығыҙ!
Фото: foodandhealth.ru
Читайте нас