Сәләмәт булайыҡ
12 Октябрь 2020, 14:50

Хәүефләнергә урын бар

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә вирус ҡорбандары һаны йәнә артты.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы буйынса яңы мәғлүмәттәр еткерҙе. Тәүлек эсендә сир тағы 54 кешелә раҫланған. Коронавирусты йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 9344-кә етте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә вирус ҡорбандары йәнә артты. Һәләк булған 46-сы пациент 1956 йылғы, Өфө ҡалаһынан. Уның башҡа сирҙәре лә булған: икенсе типтағы шәкәр диабеты, өсөнсө дәрәжәләге гипертония, икенсе дәрәжәләге һимеҙлек.
Әле 103 ауырыу стационарҙа, 829 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Дүртеһе ауыр хәлдә, береһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә пневмония сирен йоҡторғандар 161-гә артҡан.
Бындай хәүефле мәлдә барыбыҙға ла санитария-гигиена талаптарын үтәү мотлаҡ.
Фото:”Башинформ”.
Читайте нас