Аяҡ тирләү, бармаҡ араларына бәшмәк сығып ыҙалатыу – киң таралған күренеш. Бындай хәл ысын мәғәнәһендә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра, улай ғына түгел, организмдың дөйөм торошона, нервы ҡуҙғыуына, йоҡо насарайыуына ла сәбәпсе булыуы ихтимал.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа аяҡ тирләмәһен өсөн иң ябай кәңәштәрҙе үтәү ҙә етә:
- тәбиғи ептән бәйләнгән, синтетика ҡушылмаған ойоҡбаштарға өҫтөнлөк бирегеҙ;
- тәбиғи күн йәки замша аяҡ кейеме кейергә тырышығыҙ, яһалма материалдан эшләнгән туфли, кроссовкиҙарҙа аяҡ тын алмай һәм нығыраҡ тирләй, ә тир – бәшмәк өсөн иң ҡулай мөхит;
- көн һайын кискеһен аяҡтарығыҙҙы йылымыс һыу менән йыуып, ҡоротоп һөртөп йоҡларға ғәҙәтләнегеҙ;
- тирләүгә бәйле проблемағыҙ булһа, балалар өсөн тәғәйен онтаҡ (присыпка) ярҙамға килер;
- ашаған ризығығыҙға иғтибар итегеҙ, үтә татлы, шәкәрле аҙыҡ-түлекте сикләгеҙ.
Дарыуханала һатылған ҡиммәтле дарыуҙарҙы алыр алдынан халыҡ дауаларына мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ. Мәҫәлән, бер литр йылы һыуға алты тамсы йод, дүрт аш ҡалағы тоҙ һалып, яҡшы итеп болғап, ошо ҡатнашмаға аяғығыҙҙы ун минут тығып ултырығыҙ. Дауаланыу курсын тулыһынса һауыҡҡанға тиклем дауам итергә.