Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә төбәктең һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына медицина белгестәрен йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, ведомство айырыуса ҡытлыҡ кисерелгән 18 белгеслек буйынса исемлек төҙөгән. Был һөнәр эйәләренә дәүләт медицина ойошмаһына эшкә урынлашҡан саҡта бер миллион һум аҡса түләнәсәк. Быйыл ошо сара нигеҙендә 17 миллион һум бирелгән дә.
Белгестәрҙе ауыл ерендә эшләүгә йәлеп итеү маҡсатындағы программаны тормошҡа ашырыу дауам итә. Республика Хөкүмәте ҡарары менән “Ауыл табибы” буйынса түләү 1,5 тапҡырға артҡан һәм 1,5 миллион һум тәшкил итә. Алыҫ һәм барып етеүе ауыр булған ерҙә эшләгән белгестәр өсөн “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы 750 мең һум түләнәсәк. Ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, халҡы 50 мең кешегә тиклемге бәләкәй ҡалаларҙа эшләгән фельдшерҙар өсөн - 500 мең һум, табиптарға бер миллион һум түләү ҡаралған.
Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарҙы медицина кадрҙары менән тәьмин итеү мәсьәләһен киләһе “Сәләмәтлек сәғәте”нең береһендә тикшерергә тәҡдим итте.
– 2018 йыл аҙағынан алып маҡсатлы рәүештә ярҙам төрҙәрен индерә башланыҡ һәм 2019 йыл һуңына табиптарҙы йәлеп итеү буйынса ыңғай динамикаға өлгәштек. Тик ҡайһы бер белгестәргә ҡытлыҡ бар, шул иҫәптән коронавирусҡа бәйле, – тине Радий Хәбиров. – Был хәлде тыныс ҡына тигеҙләргә кәрәк, программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эште дауам итәбеҙ. Бының өсөн киләһе йыл бюджетына тейешле аҡса һалынған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.