Сәләмәт булайыҡ
13 Октябрь 2020, 18:00

Ғәҙәти тормош ағышын үҙгәртергә мәжбүрбеҙ

Социаль өлкә, йәмәғәт транспорты, сауҙа объектары артабан нисек эшләр?

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә коронавирус темаһына ҙур иғтибар бирелде. Унда сауҙа предприятиеларының, йәмәғәт транспорты һәм социаль өлкәләрҙең инфекция менән көрәшкә әҙерлеге тураһында һүҙ барҙы.
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, яңы шарттарҙа эшләүгә айырыуса ҙур сауҙа үҙәктәре әҙер. Ә был йәһәттән иң насар эш йәрминкәләрҙә һәм баҙарҙарҙа ойошторолған. Санитар талаптарҙы боҙған өсөн үткән аҙнала Красин баҙары һәм “Сауҙагәр” сауҙа үҙәге ябылғайны. Барыһы 54 мең объекттағы тикшереү һөҙөмтәләренә ярашлы, 473 административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш ҡуҙғатылған.
– Ҡатыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк эшләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр эшҡыуарҙар йөкләмәне үтәмәй икән, ябығыҙ. Был башҡалар өсөн һабаҡ булыр.
Вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, ведомствоға ҡараған 20 социаль учреждение автономлы режимда эшләүен дауам итә. Пациенттарҙы ҡарау менән мәшғүл булмаған бөтә персонал да дистанцияла хеҙмәтләндерә. Был режим 15 ноябргә тиклем һаҡланасаҡ.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Монасипова белдереүенсә, ведомство йәмәғәт транспортында санитар талаптарҙы үтәүҙе даими тикшереп тора. Ул инфекция менән сирләгәндәр артыуын иҫәптә тотоп, йәмәғәт туҡталыштары янында битлек һатыуҙы ойошторорға тәҡдим итте. Шулай уҡ эш биреүселәргә ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр өсөн эш башланыу ваҡытын үҙгәртергә тәҡдим иттеләр, был юлдарҙа транспорт көсөргәнешен кәметергә ярҙам итәсәк.
– Ситтән тороп эшләү ысулын ҡайтарыуҙы тәҡдим итәсәкбеҙ. Дәүләт учреждениеларында битлек кейеүҙең аныҡ регламентын булдырыу мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас