Республика балалар клиник дауаханаһында 12 октябрҙә тәүге тапҡыр генетик сирле балаға (камиллашмаған остеогенез, һөйәктәрҙең йыш һыныуы) үҙенсәлекле операция яһалған. Был хаҡта клиника хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙә хәбәр итә.
Тәүге тапҡыр үткәрелгән операция уңышлы үткән. Уны Өфө ортопед-травматологтары һәм Санкт-Петербургтағы Г.И. Турнер исемендәге балалар травматология һәм ортопедия медицина үҙәгенең бүлек мөдире Дмитрий Буклаев яһаған. Табиптарҙың әйтеүенсә, консерватив ысулдар йөҙ процентлы һөҙөмтә бирмәй.
”Беҙҙең клиникала һөйәк туҡымаһының тығыҙлығын арттыра торған препараттар уңышлы ҡулланыла. Был дауа ысулы үрҙә телгә алынған патология өсөн хас булған һөйәк деформацияһынан, йыш һыныуҙарҙан ҡотолдора,” - ти клиниканың алтын ҡуллы хирургтары.