Сәләмәт булайыҡ
13 Октябрь 2020, 19:15

"Ашығыс ярҙам"ға ниндәй ярҙам кәрәк?

Радий Хәбиров станция хеҙмәткәрҙәре менән осрашып аралашты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм фажиғәләр медицинаһы үҙәгендә булды. Төбәк етәксеһе персоналдың хеҙмәт, ял шарттары менән танышты, табиптар, фельдшерҙар менән аралашты.
Станцияның баш табибы Аяз Камалов белдереүенсә, хеҙмәткәрҙәр штабы комплектланған, техника ла етерлек. Коронавирус инфекцияһы осоронда табиптарға көсөргәнеш ныҡ арта, махсус эпидбригадалар эш башлаған. Улар яңы сир симптомдары булған пациенттарға сыға. Тәүлегенә станция коллективы Өфө ҡалаһы һәм районы халҡынан килгән 1700 самаһы саҡырыуҙы хеҙмәтләндерә.
Аяз Камалов билдәләүенсә, баш ҡалала ҙур биҫтәләрҙең үҫешеүе менән бергә, “Ашығыс ярҙам” ваҡытында килеп етһен өсөн уларға яңы ярҙамсы станциялар кәрәк. Айырым алғанда, бындай мохтажлыҡ Затон биҫтәһендә бар. Башҡортостан Башлығы ошо йәһәттән матди хәлде нығытыу мөмкинлеген ҡарарға һүҙ бирҙе.
Радий Хәбиров белгестәргә башҡарған ҙур эштәре, һөнәри оҫталығы өсөн рәхмәт әйтте, республикала артабан да һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам күрһәтеләсәк, тине.
– Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ бик ауыр һәм мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Ашығыс ярҙамдың эшмәкәрлеге тураһында төрлө мәғлүмәт тарала. Шуға бында килеп, аныҡ хәлде үҙем күрергә булдым. Республика ниндәй ярҙам күрһәтә ала, тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға әҙербеҙ. Бик күп табиптар коронавирус менән сирләгән. Мотлаҡ рәүештә белгестәргә өҫтәмә ярҙам саралары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас