Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Октябрь 2020, 14:00

Бауырың ауыртамы?

Бауыр өсөн иң файҙалы аҙыҡтар исемлегенә брокколи кәбеҫтәһе һәм сәтләүек инә.

Әгәр ҙә бауырығыҙ үҙен һиҙҙертә башлаһа, кисекмәҫтән көндәлек ҡулланған ризығығыҙға иғтибар йүнәлтегеҙ, диета тотоғоҙ. Табипҡа мөрәжәҫәт итер алдынан бауыр өсөн файҙалы иҫәпләнгән аҙыҡтарҙы ҡулланып ҡарағыҙ.
Бауыр өсөн иң файҙалы аҙыҡтар исемлегендә брокколи кәбеҫтәһе һәм сәтләүек беренсе урынды биләй. Артабан алма, цитрустар, авокадо, зәйтүн майы, помидор дауам итә. Был аҙыҡтарҙың барыһында ла бауыр өсөн фай­ҙа­лы элементтар бар. Кәбеҫтәлә анти­оксиданттар һәм Е витамины, сәтләүектә – омега-3 май кисло­таһы, алмала пектин, цитруслы емештәрҙә С витамины булһа, авокадо еңел үҙләштерелеүсе майҙарға һәм витаминдарға бай, ә зәйтүн майы организмды ток­син­дарҙан таҙартыу һәләтенә эйә. Помидор – аминокислоталар хазинаһы.
Көндәлек рационға ошо аҙыҡ-түлектәрҙе индереп тә, бауырығыҙ үҙен һиҙҙертеүен дауам итһә, был осраҡта кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бауыр "шаярыуҙы" ҡабул итмәй. Ваҡытында дауаланыу күпкә отошлораҡ. Сәләмәт булығыҙ!
Фото: ru.delfi.lt
Читайте нас: