Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Октябрь 2020, 00:45

Студенттарҙы коронавирусҡа тикшерәсәктәр

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы нимә хаҡында хәбәр итте?

Башҡортостанда студенттарҙы һәм өлкән класс уҡыусыларын коронавирусҡа тикшерәсәктәр. Медицина тикшереүе түләүһеҙ.
Эпидемиологик миҙгел башында вирустың таралыу кимәлен билдәләгән скрининг мониторингын үткәреүҙе "Роспотребнадзор" талап иткән.
Яҡын арала тикшереү үтәсәк дүрт мәктәп, өс урта махсус һәм өс юғары уҡыу йорто билдәләнәсәк. Һәр учреждениела осраҡлы рәүештә ун уҡыусы һайланып алынып, ПЦР ысулы (полимеразная цепная реакция) менән – танауҙан һәм ауыҙ ҡыуышлығынан - яңы коронавирус инфекцияһына анализ алына. Йыйылған мәғлүмәттәр "Роспотребнадзор"ҙың ғилми институттарына өйрәнеү өсөн ебәреләсәк, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас: