Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Октябрь 2020, 01:00

Йәлембәттә - яңы ФАП!

Фельдшер Лилиә Хисаметдинова эшкә “Ауыл докторы” программаһы буйынса ҡабул ителгән.

Әбйәлил районының Йәлембәт ауылында ҡыуаныслы ваҡиға - яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина объектын төҙөү “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы атҡарылды.
Йәлембәттәрҙең шатлығын уртаҡлашырға республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров килде.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында кәрәкле барлыҡ медицина ҡорамалы һәм йыһаз бар. Хәҙер Йәлембәт ауылы кешеләре уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы ала аласаҡ. Яңы ФАП-та йылы, яҡты, эш өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған. Прививка, фельдшер кабинеттары, санитар бүлмә бар, санузел ҡуйылған.
"Ауыл халҡы планлы һәм ашығыс медицина ярҙамы алыу, профилактик тикшереү, диспансеризация үтеү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ бында дарыу препараттары ла һатып алырға була, улар артынан йыраҡта урынлашҡан дарыуханаға барып йөрөү кәрәкмәйәсәк", – тине район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.
Яңы медицина пунктында 397 кеше хеҙмәтләндереләсәк, уларҙың 127-һе - балалар. Пациенттарҙы фельдшер Лилиә Хисаметдинова ҡабул итәсәк. Ул эшкә “Ауыл докторы” программаһы буйынса ҡабул ителгән.
Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: