Сәләмәт булайыҡ
16 Октябрь 2020, 08:24

Аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды...

Быйылғы февраль айы Саҡмағош районында һәүетемсә генә йәшәп ятҡан ғаилә тормошон аҫтын-өҫкә килтерҙе. Туғыҙ йәшлек Ильяна Йосоповаға табиптар ҡурҡыныс диагноз ҡуйҙы. Әлеге көндә ата-әсә ҡыҙҙарының ғүмере өсөн көрәшә.

Быйылғы февраль айы Саҡмағош районында һәүетемсә генә йәшәп ятҡан ғаилә тормошон аҫтын-өҫкә килтерҙе. Туғыҙ йәшлек Ильяна Йосоповаға табиптар ҡурҡыныс диагноз ҡуйҙы. Әлеге көндә ата-әсә ҡыҙҙарының ғүмере өсөн көрәшә.


“КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр ите­үенсә, йыл башында ҡыҙ ауыҙында ауыртыу барлыҡҡа килеүенә зар­лана. Табиптар баланы стоматиттан дауалай. Тик хәл яҡшырмағас, Ильянаны ентекләп тикшермәксе булалар. Бик күп анализдар бирелә. Ҡыҙҙы ашығыс рәүештә республика балалар дауаханаһына килтерәләр. Диагноз бөтәһен дә аяҡтан йыға яҙа: киҫкен миелоидлы лейкоз. Дүрт ай буйы химия терапияһы үткәс, сабыйҙы тотош ғаиләһе менән Санкт-Петербург ҡалаһына кимек матдәһен күсереп ултыртыу өсөн операцияға саҡы­ралар. Ҡыҙҙың атаһы донорлыҡ бурысын үҙ өҫтөнә ала. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, организм сит матдәне ҡабул итмәй.


Ильянаны тағы һынауҙар көтә. Әлегә ғаилә тыуған яҡтан ситтә йә­шәргә мәжбүр, дауалау хеҙмәт­тәрен Мотлаҡ медицина страховкаһы ғына ябып бөтмәй, Йосоповтар матди ярҙамға мохтаж. Ауыр хәлгә юлыҡ­ҡан ғаиләгә ярҙам итергә теләгәндәр өсөн ҡыҙҙың әсәһе Илүсәнең карта реквизиттарын бирәбеҙ:


63 900 206 906 741 61 88


Сбербанк 8-896-080-09.
Читайте нас