Дим биҫтәһе госпиталендә вафат булған өлкән кешенең яҡындары уның менән дауаханала дауаланған, әсәләренә һәр төрлө ярҙам күрһәткән бүлмәләш ҡатындарҙы эҙләй. 83 йәшлек Зәкиә Сәғитова август айында дауаханаға килтерелә һәм реанимацияла пневмониянан вафат була.
Уның ҡыҙы Илмира әйтеүенсә, әсәне тәүҙә юғары тән температураһы менән 5-се дауаханаға түләүле компьютер томографияһына килтерәләр, тик бында ауырыуҙы ҡабул итмәйҙәр. Аҙаҡ “Ашығыс ярҙам” уның яңғыҙын ғына Дим дауаханаһына алып китә.
“Беҙ – һигеҙ ҡыҙ, бик берҙәмбеҙ, дуҫбыҙ. Әсәйебеҙҙе һаҡларға тырыштыҡ, тик яҙмышты кирегә борған ваҡиға арҡаһында, бер ауырыу кешенең сирен йәшереүе һөҙөмтәһендә мәкерле сир уға йоҡто”, – тип үкенес белдерә ҡыҙы.
Госпиталгә яҡындарын индермәйҙәр, әлбиттә. Палаталағы күршеләш ҡатын-ҡыҙҙар Зәкиә Сәғитоваға ярҙам итә. “Ул гел генә палатаһындағы ҡатындарҙы маҡтап шылтыратып торҙо, хәле лә яҡшырған кеүек ине, ике тапҡыр үткәрелгән тест сирҙе раҫламаны. Беҙ уны реанимацияға күсереүҙәрен белмәй ҙә ҡалдыҡ, хәбәр итмәнеләр. Осраҡлы рәүештә генә асыҡланды. Етенсе көндә әсәйебеҙ донъя менән хушлашҡан...” – ти ҡыҙы. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡыҙҙарҙың һорауы күп булһа ла, улар ведомствоға мөрәжәғәт итергә йыйынмай, сөнки бынан бер файҙа ла юҡлығын аңлай. Хәҙер иң мөһиме – әсәләренә һуңғы көндәрендә ысын күңелдән ярҙам ҡулы һуҙған мәрхәмәтле ҡатындарҙы табып рәхмәт әйтеү.
14–23 августа Зәкиә Нурғәле ҡыҙы Сәғитова менән бер палатала ятҡан ҡатындарҙың Илмираға шылтыратыуын үтенәбеҙ: 8-927-34-66-217.