Ҡарар "Роспотребнадзор"ҙың тәҡдимдәренә ярашлы, коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ҡабул ителгән. “Республикала эпидемиологик хәл көсөргәнешле. Сирҙәрҙең үҫеше сентябрь урталарынан башланды, әле тәүлек һайын арта. Ауырыуҙы эш урынында, транспортта, халыҡ күп йыйылған ерҙә йоҡторалар, коллективтарҙа инфекция усаҡтары барлыҡҡа килә. Ошо хәл сәбәпле, Өфөләге планлаштырылған көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрен үткәрмәҫкә йәки күсерергә тәҡдим итәбеҙ” тиелә ҡарарҙа.