Сәләмәт булайыҡ
18 Октябрь 2020, 16:30

Вирус китергә уйламай

Октябрҙең 18 көнөндә 3 156 кешелә пневмония cире асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда коронавирусты йоҡторғандар йәнә тәүлек эсендә 67-гә артҡан, шулай итеп, пандемия осоронда сирҙе эләктергәндәр һаны 9 741-гә еткән.
Тәүлек эсендә 30 ауырыу һауыҡҡан, сирҙе еңгәндәр һаны бөтәһе 8 677 кеше тәшкил итә. Стационарҙарҙа 126 пациент дауалана, бишеһе ауыр хәлдә. Вирус ҡорбандары һаны үҙгәрешһеҙ – 47 кеше.
Хәүефле инфекция таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә пневмония менән сирле 191 ауырыу теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта 112 ауырыу һауыҡҡан.
Оҙайлы ваҡыт арауығында пневмонияның тотороҡло үҫеше күҙәтелә.Мәҫәлән, 17 октябрҙә 212 сир осрағы, 16 октябрҙә - 208, 15 октябрҙә - 198, 14 октябрҙә - 216, 13 октябрҙә 151 осраҡ теркәлде. Октябрҙең 18 көнөндә 3 156 кешелә пневмония асыҡланды.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 15 099 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә 185 ауырыу һәләк булған. Хәлдең көсөргәнешле булыуын аңлап, тейешле санитария-гигиена ҡағиҙәләрен һаҡларға, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы мәкерле сирҙән араларға тырышайыҡ!
Фото:NewsBash.
Читайте нас