Сәләмәт булайыҡ
20 Октябрь 2020, 13:00

Дауаханалар яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителде

2020 йылда ошо маҡсатҡа Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 35,5 миллион һум аҡса бүленде.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау ойошмалары алдан уҡ медицина реабилитацияһы үткәреү мөмкинлеге биргән ҡорамалдар менән йыһазландырыла. 2020 йылда ошо маҡсатҡа Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 35,5 миллион һум аҡса бүленде.
Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһы, Октябрьский һәм Күмертау ҡалаларынлағы дауаханалар өсөн 220 берәмек ҡорамал һатып алынды. Реабилитациялау бүлектәре кәүҙә тигеҙлеген ҡайтарыу, аяҡ-ҡулдың хәрәкәтсәнлеген тергеҙеү өсөн махсус тренажерҙар, кинезотерапия өсөн өҫтәлдәр, карауат яны креслолары һ.б. менән тәьмин ителде.
Мәғлүм булыуынса, алдан уҡ үткәрелгән медицина реабилитацияһы дауаланғандан йәки операциянан һуң кешене ғәҙәти йәшәү рәүешенә тиҙ арала кире ҡайтарыуға, организмдың көс-ҡеүәтен тергеҙеүгә булышлыҡ итә.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас