Көйөргәҙе районында ирекмәндәр эше яңыртылды: ул “Мәрхәмәтлек шаһиты” (“Свидетель Милосердия”) хәйриә фонды башланғысы менән тергеҙелгән һәм халыҡҡа пандемия осоронда ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Ирекмәндәр пенсионерҙарға, инвалидтарға, хроник сирҙәре булған кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, донъя кәрәк-яраҡтары алып барасаҡ.
Район хакимиәте, ауыл советтары, йәмәғәт ойошмалары менән берлектә “ҡыҙыу линия” һәм колл-үҙәк эшмәкәрлеге лә тергеҙеләсәк. Унан тыш, халыҡ менән онлайн аралашыу әүҙемләштерелгән, мохтаждар исемлеге аныҡлана. Күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға айырым иғтибар бүленә.
“Башинформ” агентлығына “Мәрхәмәтлек шаһиты” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Лилия Михайлова түбәндәгеләрҙе белдергән:
“Ауыл ерендә ҡалаға ҡарағанда барыһы ла күпкә ҡатмарлы. Бында ҙур урындағы кеүек транспорт, юлдар юҡ, фельдшер пункттары, дарыуханалар етешмәй. Шуға ирекмәндәр иңенә ҙур йөк ята.
Миңә ҡалһа, әлеге осор яҙғыға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Оло кешеләргә, уларҙың яҡындарына мөрәжәғәт итәм: һеҙ ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе буйынса ауыл советы менән һәр саҡ бәйләнештә булырға тейеш. Бәлки өлкәндәр янына барыуҙан тыйылып торорға тура килер - уларҙы инфекциянан һаҡлау өсөн. Ирекмәндәргә иһә оло йөрәге һәм хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт”.
“Ғаилә” көньяҡ район-ара үҙәге етәксеһе Наталья Савенкова һүҙҙәренсә, ирекмәндәр эше бөгөн айырыуса көнүҙәк, уға ихтыяж ҙур. Ҡайһы саҡта, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙарҙан бигерәк, кешеләргә психологик ярҙам да талап ителә. Етәксе, физик сәләмәтлеге яҡшы булған һәр кем ирекмән була ала, ти.
Көйөргәҙе районында йәшәгән пенсионер Любовь Санина иһә ирекмәндәрҙе фронтҡа киткән кешеләргә тиңләй һәм, мәрхәмәтлек беҙҙең халыҡтың ҡанында, тип иҫәпләй. Ул ирекмәндәр менән һәр саҡ бәйләнештә булыуын, уларға ярҙам йөҙөнән битлектәр тегеүен дә белдерә.
Әйткәндәй, “Мәрхәмәтлек шаһиты” хәйриә фонды коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкән Рәсәй йәмәғәт ойошмалары исемлегенә ингән.