Сәләмәт булайыҡ
20 Октября 2020, 13:47

Ҡыйыуҙар һынау үтә

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың 52-се поликлиникаһында медицина хеҙмәт­кәр­ҙә­ре Гам-Ковид-Вак (“Спутник V” сауҙа маркаһы) препара­ты менән прививка яһатҡан.

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың 52-се поликлиникаһында медицина хеҙмәт­кәр­ҙә­ре Гам-Ковид-Вак (“Спутник V” сауҙа маркаһы) препара­ты менән прививка яһатҡан.


Яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн яһалған вакцина ике этапта эшләнә, икенсе доза өс аҙ­нанан һуң индерелә. Яңы вакцинаны тәүгеләрҙән булып һынаусылар исемлегендә Республика клиник инфекция дауаханаһының 31 йәшлек табип-белгесе Надежда Колесникова ла бар.


Дауахана етәкселеге вакцинаны һынауҙы тәҡдим иткәс, ул ризалыҡ биргән. Төп шарттар – киҙеүҙән (грипп) вакцина яһатмаған булыуы, полимераз сылбырлы реакцияға һәм M, G иммуноглобулинына кире анализдар һөҙөмтәһе. Шулай уҡ вакцина яһатыуға яҙма ризалыҡ та талап ителә.


Надежда Колесникова, профессиональ инфекционист булараҡ, вакцинаның ҡеүәтен аныҡ баһалай һәм борсолорға урын юҡ, тип билдәләй. Әйтеүенсә, прививка яһатҡандан һуң ул үҙен яҡшы тоя, процедура ауыртыуһыҙ үтә, тип билдәләй.

Әле табип көндәлек алып бара. Ғөмүмән, Гам-Ковид-Вак эшләткән һәр кем бер ай буйы үҙ-үҙен нисек тойоуын теркәп барырға тейеш.


– Прививка яһатҡандың тәүге биш көнөндә киҙеү ише билдәләр бар­лыҡҡа килеүе ихтимал: температура 38 градусҡаса күтәрелә, хәлһеҙлек күҙәтелә, арыу тойғоһо барлыҡҡа килә. Был осраҡта “Парацетамол” эсергә мөмкин, — ти Надежда Колесникова.


Табип шулай уҡ: “Вакцинаның икенсе этабы үткәс тә, COVID-19-ға антиматдә организмда шунда уҡ барлыҡҡа килмәй, бер аҙ ваҡыт үтеүе кәрәк”, – ти.


Көндәлек тормошта Гам-Ковид-Вак эшләткән табиптар ҡәҙимге һаҡланыу сараларын ҡуллана, “ҡыҙыл зона”ға махсус костюмда инә.
Читайте нас