Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 69-ға артты. Иң күп осраҡ Өфөлә (22 кеше). Шулай итеп, сиргә дусар булғандарҙың дөйөм иҫәбе 9 946-ға етте.
Пневмония диагнозы тәүлек эсендә 181 ауырыуға ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта 132 сирле һауыҡҡан. Әле стационарҙа - 155, амбулатор шарттарҙа 848 пациент дауалана. Ете кеше ауыр хәлдә, ике ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Үлем осраҡтары үҙгәрешһеҙ – 48 кеше.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 15 700 кешелә сир асыҡланған, 10 952 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 317 пациент вафат булған.