Сәләмәт булайыҡ
22 Октябрь 2020, 15:30

Вирус бер кемде лә аямай...

11 сирленең хәле ауыр, өсөһө...

Республикала пневмония менән сирләгәндәр һаны арта - тәүлектә 232 пациентҡа ошо диагноз ҡуйылған. Һауыҡҡандар ҙа ярайһы – 227 кеше.
Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 73-кә етте. Уларҙың күбеһе Өфөлә, Туймазы районында һәм Салауат ҡалаһында теркәлгән. Ауырығандарҙың дөйөм һаны - 10 019. Әле 179 сирле - стационарҙарҙа, 730-ы амбулатор шарттарҙа дауалана. 11 ауырыуҙың хәле ауыр, өсөһө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирусты 15 971 кеше йоҡторған, 11 428 ауырыу һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 290 сирле вафат булған.
Фото: Riafan.ru
Читайте нас