Былтыр был мәлдә беҙ әле коронавируслы донъяның ниндәй буласағын күҙаллау түгел, был хаҡта уйлап та бирмәй инек...
Мәғлүм булыуынса, 2019 йылдың декабрендә Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында билдәһеҙ сығанаҡлы пневмония усағы асыҡланды. Тиҙҙән табиптар һәм ғалимдар уның ҡуҙғытҡысын билдәләне: генетик яҡтан атипик пневмония ҡуҙғытҡысына бик оҡшаған яңы коронавирус. Уға рәсми исем дә бирелде – SARS-CoV-2.
Белеүебеҙсә, был инфекция тиҙ арала Ер шарының барлыҡ ҡитғаларына таралды, шуға ла 2020 йылдың 11 мартында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сир таралыуын пандемия тип иғлан итте.
Бына ярты йылдан ашыу республика тотош ил менән бергә ошо афәткә ҡаршы көрәшә. Ошо айҡанлы, Башҡортостандың юлдаш телеканалы тамашасылар иғтибарына республикала ковидҡа ҡаршы көрәштең хронологияһын тәҡдим итте. Ике сәғәткә яҡын барған документаль фильм “Башҡортостан. Хроникалар. Covid” тип атала, унда Башҡортостандың власть структуралары менән бер рәттән йәмғиәттең, йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренең яңы шарттарҙа йәшәүгә яраҡлашыу үҙенсәлектәре менән бер рәттән, медицина тармағына төшкән оло көсөргәнеш, яуаплылыҡ кеүек күренештәр ҙә сағылдырылған.
Үҙ ҡурсаланыу, дистанциялы уҡыу, иҡтисади проблемалар һәм иң мөһиме – ҡурҡыныс һәм аңлашылып бөтмәгән сир – тап ошондай яңы күренештәр тормошобоҙға килеп инде һәм беҙҙе һынарға тотондо.
Әммә беҙ бирешмәнек һәм әле лә бирешергә ярамай!
Тап коронавирусҡа бәйле хәл йәмғиәттәге ныҡлы һәм, киреһенсә, иғтибар талап ителгән яҡтарҙы күрһәтте, арабыҙҙағы ысын ҡаһармандарҙы асыҡланы. Әлбиттә, һүҙ тәү сиратта алғы һыҙыҡта “коронавирус” тигән күренмәгән дошманға ҡаршы көрәшкән, беҙҙең ғүмер һағында торған медицина хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара.
Эйе, коронавирус, үтә хәүефле һәм ҡурҡыныс булыуы менән бер рәттән, тормош ҡиммәттәренә бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға, уларҙы башҡа бизмәнгә һалып үлсәргә, йәшәйештең, именлектең, һаулыҡтың иң ҡиммәтле һәм һиммәтле ғәмәл икәнлеген баһаларға өйрәтте. Әммә әлегә тынысланырға урын юҡ: коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәлдең көн дә ҙур тиҙлек менән үҙгәреп тороуын күҙәтәбеҙ. Мәҫәлән, көҙгө миҙгел башланыу менән сирҙең икенсе тулҡыны яңы көс менән йәмғиәткә һөжүм итте, беҙҙе тағы ла көрәш шарттарында йәшәргә, сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы һәм һаҡ булырға мәжбүрләне.
Фильмды йәмәғәтселек ыңғай ҡабул итте һәм уның әһәмиәтен билдәләне. Мәҫәлән, Булат ЙОСОПОВ, режиссер, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Фильм бик кәрәкле форматта төшөрөлгән. Был кешеләргә дауаханаларҙа ысынбарлыҡта нисек булғанын аңларға ярҙам итә. Һәүетемсә барған, кешеләрҙең булмышын асҡан фильм форматы йылдар үткәс тағы ла ҡәҙерлерәк буласаҡ, был кешеләрҙең иҫтәлеген һаҡлаясаҡ. Ваҡытты яңынан баһаларға ярҙам итәсәк. Беҙ хәлде аңларға һәм үҙебеҙҙе грамоталы тоторға тейеш. Юғалтыуҙарҙы ишеткән һайын күңелгә бик ауыр кисерештәр килә. Шуға хәлдең ҡатмарлы икәнлеген аңлау мөһим.