Сәләмәт булайыҡ
23 Октябрь 2020, 15:30

Фельдшерға - юғары награда

Михаил Мишустин Нефтекама фельдшеры Эльмира Йосопованы фиҙакәр хеҙмәте өсөн бүләкләне.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһы фельдшеры Эльмира Йосоповаға II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены миҙалын тапшырҙы.
Медицина хеҙмәткәре был юғары наградаға коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәне, хеҙмәтен башҡарыуҙа һәм гражданлыҡ бурысын үтәүҙә ныҡышмалылыҡ күрһәткәне өсөн лайыҡ булды.
Эльмира Йосопова Бөрө медицина училищеһын тамамлағандан һуң Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһында эшләй башлай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, уңған белгес йыш ҡына махсус эпидемиологик бригада составында хеҙмәт иткән, ҡаты ауырыуҙарға ярҙам күрһәткән. Нефтекама үҙәк ҡала дауаханаһының ашығыс һәм кисектергеһеҙ медицина ярҙамы бүлексәһе фельдшеры әлеге ябай булмаған осорҙа һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, намыҫлы хеҙмәт күрһәтә. Беҙ уға ихтыяр көсө, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас