Сәләмәт булайыҡ
23 Октябрь 2020, 08:48

Ниндәй ризыҡтар кәйефте күтәрә?

Яҡшы кәйефкә нимәләр булышлыҡ итә? Йылы һүҙ, яҡындарыңдың иғтибары, ҡыҙыҡлы сәйәхәт, матур йыр... Был теҙмәгә һис икеләнмәйенсә ҡайһы бер ризыҡтарҙы ла өҫтәргә мөмкин.

Яҡшы кәйефкә нимәләр булышлыҡ итә? Йылы һүҙ, яҡындарыңдың иғтибары, ҡыҙыҡлы сәйәхәт, матур йыр... Был теҙмәгә һис икеләнмәйенсә ҡайһы бер ризыҡтарҙы ла өҫтәргә мөмкин.


Иң яҡшы антидепрессант ризыҡ тип бананды һанайҙар. Ул кәйеф күтәреүгә һәләтле В6 витаминына һәм серотонинға бай. Ныҡ арыған, бер нимә лә эшләге килмәгән саҡта ла банан ашарға кәңәш итәләр. Шуныһы ҡыҙыҡлы: банан ҡатын-ҡыҙҙың кәйефенә нығыраҡ, йәғни көслөрәк тәьҫир итә.
Сәтләүектәр мейе күҙәнәктәренең дөрөҫ эшмәкәрлеген көйләгән һәм депрессия билдәләренән арындырған омега-3 майлы кислоталарына бай. Шулай уҡ уларҙа ла В6 витамины, селен бар. Сәтләүектең күңелегеҙгә ятҡанын һайлағыҙ. Фундук, баҙам, грек сәтләүеге айырыуса файҙалы. Тик сама белегеҙ – көнөнә 50 грамм да етә.
Кәйеф күтәреүгә булышлыҡ иткән иң тәмле ризыҡ – шоколад. Какао организмда бәхет гормондары – эндорфиндар эшләп сығара. Бынан тыш, ул көсөргәнеште кәметеүгә һәләтле магнийға ла бай, әммә кәйеф күтәрәм тиһәгеҙ, ҡара шоколад һайлағыҙ, һөтлө төрҙәренең файҙаһы күпкә аҙ.
Белгестәр, тәм-том, шул иҫәптән шоколад ашауҙа ла сама белергә кәрәк, ти. Был татлы ризыҡ ҡан баҫымын күтәреүгә, арығанда хәл өҫтәүгә, иммунитетты нығытыуға, хәтерҙе яҡшыртыуға һәләтле, шуға күрә элек уны дарыуханала ғына һатҡандар.
Иртәнсәк бер йомортҡа ашап алыу ҙа яҡшы кәйеф сығанағы буласаҡ. Был ризыҡ В төркөмө, А, Е, D витаминдарына һәм майлы кислоталарға бай.
Шулай уҡ ҡаты сыр, майлы балыҡ (сельдь, сардина, скумбрия һ.б.), ит, һоло һәм ҡарабойҙай бутҡалары ла кәйеф күтәреү һәләтенә эйә. Белгестәр был исемлеккә әсе ҡыҙыл боросто ла өҫтәй, эндорфиндар (бәхет гормондары) эшләп сығарыу йәһәтенән уны шоколадҡа тиңләйҙәр.
Тәмле итеп әҙерләнгән хуш еҫле сәй йәки ҡәһүә лә зиһенегеҙҙе асып, кәйефегеҙҙе күтәреп ебәрер.
Читайте нас