Сәләмәт булайыҡ
23 Октябрь 2020, 16:30

Пневмония ҡотора...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 74 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 10093-кә етте. Һауыҡҡандар – 9218 (һуңғы тәүлектә 156 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 48.
Башҡортостан стационарҙарында – 189 (шул иҫәптән 12 кеше ауыр хәлдә, өсөһө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 638 ауырыу дауалана. Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 264 662 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 11 684.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 272 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 258 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: rbk.ru
Читайте нас