Көҙ алтын-һарыға мансылған, әбейҙәр сыуағы менән ҡыуандырған миҙгел генә түгел, тап ошо мәлдә киҙеү, киҫкен респиратор вируслы инфекциялар (ОРВИ) баш ҡалҡыта. Быйыл уларға коронавирус эпидемияһы ла өҫтәлде.
Коронавирус һәм тән ауырлығы
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустың кемдәргә айырыуса ҡурҡыныс, хатта үлемесле тәьҫир итеүе хаҡында белдерҙе. Илдең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Салагай әйтеүенсә, һимеҙлек сиренән ыҙаланған кешеләр COVID-19 вирусы менән йышыраҡ реанимацияға эләгә. “Яҡынса 400 мең пациент ҡатнашлығында үткәрелгән заманса тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һимеҙлектән йонсоған кешеләрҙең, башҡалар менән сағыштырғанда, коронавирус йоҡтороп дауаханаға эләгеүе – 113 процентҡа, реанимацияға эләгеү ихтималлығы 74 процентҡа ҙурыраҡ, шулай уҡ үлем хәүефе лә улар өсөн 48 процентҡа күберәк”, – тип яҙҙы ул.
Бынан тыш, һимеҙлек йыш ҡына башҡа төрлө сирҙәрҙең, мәҫәлән, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының сәбәпсеһе һанала. Коронавирус йоҡтороу улар өсөн дә үтә хәүефле.
“Бының өсөн ауырлығығыҙҙы даими контролдә тотоғоҙ, тәү сиратта үҙегеҙҙең тән ауырлығының индексын иҫәпләп сығарығыҙ. Ул бик еңел иҫәпләнә: тән ауырлығын (килограмдарҙа) буйығыҙҙың (метрҙа) квадратына бүлегеҙ. Әгәр ошо күрһәткес 25-тән ҙурыраҡ икән, уйланырға урын бар. 35 – 40 арауығында булһа, проблема тағы ла етдиерәк төҫ ала. Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн, тәү сиратта, ҡайһы бер ризыҡтарҙа сама белеү кәрәк, мәҫәлән, газлы һыу, кәнфиттәр...” – тип яҙҙы министр урынбаҫары.
Гәзит уҡыусыларға тән ауырлығы индексын иҫәпләп сығарыуҙың миҫалын да тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, һеҙҙең буйығыҙ 1 метр 60 сантиметр, ауырлығығыҙ 78 килограмм, ти. Иң тәүҙә буй үлсәменең квадратын табабыҙ: 1,6 х 1,6 = 2,56. Артабан тән ауырлығын ошо күрһәткескә бүләбеҙ: 78 : 2,56 = 30,4. Яуап, 25-тән юғары, тимәк, артыҡ килограмдарҙан ҡотолоу хаҡында уйланырға кәрәк.
Һуған, имбир, һарымһаҡ – ҡайһыһы файҙалыраҡ?
Был осорҙа сир йоҡтормау өсөн нимәләргә иғтибар итергә, нимәләрҙе белергә кәрәк? Ошо йәһәттән Республика инфекция клиник дауаханаһы табибы Татьяна Майорованың кәңәштәре файҙалы булыр, тип уйлайбыҙ.
– Һаулығы һәм иммунитеты хаҡында хәстәрлек күргән, йәғни сыныҡҡан, сәләмәт тормош алып барған, спорт менән шөғөлләнгән, дөрөҫ туҡланған, саф һауала күп йөрөгән кешеләр инфекцияларға бирешеп бармай.
Ҡағиҙәләр хаҡында күп тапҡыр яҙылды, әммә ҡабатлауҙың зыяны булмаҫ. Эпидемиялар осоронда кешеләр күп йыйылған урындарға – сараларға, сауҙа үҙәктәренә йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Магазинда һәм йәмәғәт транспортында битлек кейеү тәртибен һаҡлағыҙ, битлекте һәр ике сәғәт һайын алмаштырығыҙ. Мотлаҡ көнөнә бер нисә тапҡыр ҡулығыҙҙы йыуығыҙ (айырыуса урамдан ингәндән һуң һәм ашар алдынан), дезинфекция сараларын ҡулланығыҙ.
Сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә халыҡ дауалары ярҙам итәме, тип ҡыҙыҡһына күптәр. Һуған менән һарымһаҡ – халыҡ медицинаһы саралары. Әгәр ризыҡҡа аҙ-аҙлап өҫтәһәгеҙ, улар елһенеүгә ҡаршы торорға ярҙам итә, бактерияларға, вирустарға ҡаршы көрәшеү һөҙөмтәһен арттыра.
Имбир организмды нығытыу сифатына эйә. Уның составында иммун системаһы өсөн файҙалы матдәләр бар, шуға күрә был тәмләткесте киҙеү һәм һалҡын тейеү мәлендә йыш ҡулланалар. Имбирҙең бактерияларға һәм елһенеүгә ҡаршы тороу сифаты көслө, әммә уларҙың барыһы ла иҫкәртеү саралары булып һанала һәм дауалауҙы тулыһынса алмаштыра алмай.
Әгәр грипп менән ауырырға теләмәһәгеҙ, прививка яһатырға кәңәш итәм. Әле бының өсөн иң ҡулай мәл, – тине табип.