Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 20 октябрҙә коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, йәмәғәт транспортында йөрөгән бөтә пассажирҙар ҙа шәхси яҡланыу саралары ҡулланырға һәм социаль дистанцияны үтәргә тейеш.
Бөгөн, 23 октябрҙә, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, "Роспотребнадзор", ЮХХДИ һәм Эске эштәр министрлығы идаралығы вәкилдәре пассажирҙарҙың режимды нисек үтәүен тикшерҙе. Рейд Өфөнөң Октябрь проспектында үтте. Автобустар, троллейбустар тикшерелде. Иғтибарҙы пассажирҙарға ла, кондукторға ла, водителдәргә лә йүнәлттеләр.
Асыҡланыуынса, битлек режимын теүәл үтәгән яуаплы пассажирҙар күп. Шул уҡ ваҡытта талапты теләмәй генә атҡарғандар ҙа бар. Улар өсөн аңлатыу эше үткәрелгән. Указ талаптарын тулыһынса инҡар итеп, бер нисә тапҡыр әйткәнде тыңламаған кешеләргә административ протоколдар төҙөлгән, улар судҡа тапшырыласаҡ.
Битлек режимын боҙған кешеләргә, пассажирмы ул, водителме, штраф янай. Уларҙың күләме түбәндәгесә: граждандарға бер мең һумдан өс мең һумға тиклем, ҡабаттан боҙған осраҡта - өс-биш мең һум. Вазифалы кешеләр өсөн – 5-15 мең һум (ҡабаттан боҙған осраҡта – 15-30 мең һум). Ойошмалар өсөн иһә – 50-100 мең һум, ҡағиҙә ҡабаттан боҙолһа, 100 – 200 мең һум күләмендә штраф һалынасаҡ.