Башҡортостандың юлдаш телевидениеһы ошо көндәрҙә тамашасылар иғтибарына республикала ковидҡа ҡаршы көрәштең хронологияһын сағылдырған “Башҡортостан. Хроникалар. Covid” документаль фильмын тәҡдим итте. Ике сәғәткә яҡын барған видеотаҫмала республикала ошо сиргә ҡаршы барған көрәштең бар яҡтары күрһәтелгән.
Шулай ҙа был осорҙа иң ҙур көсөргәнештең медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә ятҡаны мәғлүм. Пульмонолог, медицина фәндәре кандидаты Альберт МИРХӘЙҘӘРОВ – коронавирус менән көрәштең тәүге көндәренән алып алғы һыҙыҡта булған табип. Белгес ошо хаҡта үҙ фекере менән бүлеште:
– Инфекция тарала башлағас та миңә тәүгеләрҙән булып “ҡыҙыл зона”ла эшләргә тура килде. Госпиталдән һуң ике аҙна дауамында карантинда булдым. Унан төп эш урынына, баш ҡаланың 13-сө дауаханаһына, ҡайттым. Әлеге ваҡытта беҙҙең учреждениела, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, компьютер томографияһының амбулатор үҙәге эшләй, унда участка табиптарының йүнәлтмәһе менән пневмонияға шик булған пациенттарға үпкәгә компьютер томографияһы үткәрелә.
Әгәр ҙә пневмония коронавирус нигеҙендә барлыҡҡа килә тигән шик тыуа икән, сирлене барлыҡ рәсми процедураларҙан һуң баш ҡаланың ковид-госпиталдәренең береһенә оҙаталар.
Ысынлап та, сир күптәрҙә ҡурҡыу хисе тыуҙырҙы. Матбуғат саралары аша ауырыуға бәйле мәғлүмәт менән танышыу бер, ә ысынбарлыҡта хәл бөтөнләй икенсе шул. Шуға ла беҙ дауаханала ҡабул иткән тәүге пациенттарҙың күҙендә аптырау ҡатыш хәлде аңлап бөтмәү, хәүеф тойғоһон күрҙек. Госпиталгә һалынған бәғзе пациенттарҙың билдәләнгән диагнозға ышанмаған осраҡтары ла булды, ҡайһы берәүҙәр төшөнкөлөккә бирелде. Бигерәк тә коронавирусҡа бәйле туҡтауһыҙ ағылған мәғлүмәт күбәйгәс һәм пневмонияның ҡатмарлы төрөнән донъяла кешеләрҙең күпләп үлеүе хаҡында ишетелә башлағас.
Унан тыш, минеңсә, сирлеләрҙең палаталарҙа тулы изоляцияла яңғыҙ ятыуы, табиптарҙың, башҡа медицина персоналының ғәҙәттәгенән айырмалы рәүештә кейенеүе – һаҡланыу костюмдарында, битлектә, күҙлектә йөрөүе лә (кешене танырлыҡ та түгел) пациенттарҙа тынғыһыҙлыҡ тойғоһо тыуҙыра, әлбиттә.
Минең уйымса, коронавирус инфекцияһы пульмонологтар эшендә генә сағылыш тапманы, башҡа белгестәрҙең хеҙмәтенә лә ҙур йоғонто яһаны. COVID-19 пандемияһы – үҙенә күрә йәмғиәткә, заман медицинаһына ҡарата бер оран ул. Ошо ваҡиғалар һаулыҡ һаҡлау тармағында реформалар кәрәклеген, дауаханалар төҙөү принцибына үҙгәрештәр талап ителеүен, медицина хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүҙә лә талаптар башҡасараҡ булырға тейешлеген күрһәтте. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ғәмәли эш менән булған пульмонологтарға ҡытлыҡ бар. Әлбиттә, йәштәр ошо бар донъя иңенә төшкән һынауҙарҙан ҡурҡмаҫ һәм медицина белгесе һөнәрен һис икеләнеүһеҙ һайлар, тип ышанам.
Йоғошло ауырыуҙар госпиталендәге һөнәри тәжрибәм ҙур, сөнки вирус тураһында китаптан уҡып белеү, сит ил хеҙмәттәштәренең яҙмалары аша танышыу ауырыуҙың карауаты янында башҡарылған эштәр, сир менән күҙмә-күҙ осрашыу менән бер түгел. Ә коронавирус, күҙгә күренмәһә лә, бар донъяның тормошон, йәшәйешебеҙҙе “быға тиклем” һәм “коронавирустан һуң” осорона бүлде кеүек.
Фото А. Мирхәйҙәровтың шәхси архивынан.